газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь 2018, 16:54

Килдек беҙ бында кәкүк сәйе эсергә

«Яугир» ойошмаһы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнән дә ситтә ҡалманы. Салауат ҡалаһының «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, уның эргәһендәге ата-әсәләр советы, «Йәштәш» хәрби-патриотик клубы менән берлектә яҡын-тирә ҡала-райондар балалары өсөн Ишембай районы Ишәй ауылының хозур тәбиғәтле яланында Кәкүк сәйе ойошторҙо.

- Үҙебеҙҙең ошондай матур йолаларҙы онотмайыҡ. Бергә, берҙәм булайыҡ. Сараны үткәреүгә күп көс һалған Ишембай районы һәм Ишәй ауыл Советы хакимиәттәренә, Стәрлетамаҡтан «Батыр», Мәләүездән «Спас» хәрби-патриотик клубтарына, «Витязь-Урал» инвалидтарҙы һәм махсус тәғәйенләнештәге ветерандарҙы социаль яҡлау ассоциацияһына, ҡатнашыусыларға, йыйылыусыларға ҙур рәхмәт, - тине «Яугир» ойошмаһы рәйесе Альберт Торошев.

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан. Изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторолған, сәй табыны әҙерләнгән. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен һораған, теләктәр әйткән, күрәҙәлек ҡылған. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡырған. Ҡайтыр саҡта ҡалған ризыҡты ағас төптәренә һалғандар.

Көн болотло, ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙың кәйефе шәп. Кемдер тоҡ кейеп уҙыша, бәғзеләре милли көрәштә көс һынай, боронғо милли уйындар ҙа ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. «Мәргән уҡсы» ойошмаһынан Илдар Абыҙгилдин уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Теләге булған һәр кем уҡ сойорғотоп ҡарай алды. Ишәй ауылының уңған апайҙары ҡаҙан аҫып, «Яугир» ойошмаһы ағзаһы Алмаз Сәғәҙәтов килтергән һарыҡ итенән былау бешерә, еҫе бөтә яланға таралған, шешлек тә әҙер, самауырҙа сәй шаулай. Көн оҙоно Ишәй ауылы янындағы ялан буйында йыр-моң, балаларҙың шат тауыштары гөрләп торҙо, бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ, иғтибарҙан ситтә тороп ҡалманы. Иң әүҙемдәр грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Суфия Раҡаева, художество етәкселәре Гөлфиназ Әхмәтйәнова, Елена Сафарова, мәктәп директоры Илшат Исмәғилев, урынбаҫары Дилә Исмәғилева, башҡорт теле уҡытыусыһы Мәрзиә Буранбаева активистар тәҡдимен күтәреп алып, ярҙам күрһәтмәһә, бындай шәп байрам килеп сығыр инеме икән?

Таралышыр алдынан, йолаға ярашлы, игендәр ишелеп уңыуын, донъялар имен тороуын теләп, ағас төптәренә ризыҡ һалдылар. Кәкүк тә, үҙенә иғтибар һәм хөрмәт күрһәтелеүен тойғандай, «Кәк-күк, кәк-күк» - тип ҡысҡырып ҡуйҙы.


Читайте нас: