Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Августа , 08:21

Алға ҡуйылған бурыстар асыҡ

Салауаттағы «Ватан Геройҙары» үҙәгендә мөһим осрашыу үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яугирҙәр, ҡала советы депутаттары һәм мәшғүллек үҙәге белгестәре бер өҫтәл артында йыйылып, ветерандарҙың тыныс тормоштағы хеҙмәт юлы тураһында һөйләште.

Алға ҡуйылған бурыстар асыҡАлға ҡуйылған бурыстар асыҡ
Алға ҡуйылған бурыстар асыҡ

ЗАКОН ГЕРОЙҘАР ЯҒЫНДА
Осрашыуҙың төп маҡсаты - егеттәрҙең хәрби тәжрибәһен һәм дисциплинаһын гражданлыҡ һөнәрҙәре менән бәйләү, уларҙың ғаиләләренә тотороҡло килем сығанағы табыу.
Ҡала советы рәйесе Алексей Соболев билдәләүенсә, хәрбиҙәргә хас булған яуаплылыҡ, командала эшләү һәләте һәм стрессҡа сыҙамлылыҡ - бөгөнгө хеҙмәт баҙарында иң ҡәҙерле сифаттар.
- Һеҙҙең тәжрибәгеҙ - беҙҙең өсөн ҙур ҡиммәт. Беҙ уны һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙең именлегенә һәм ҡалабыҙ үҫешенә йүнәлтергә тейешбеҙ, - тине Алексей Соболев.
Бөгөн дәүләт ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн бөтә шарттарҙы ла булдыра. Мәҫәлән, эш биреүселәр өсөн махсус стимулдар ҡаралған: ветеранды эшкә алған предприятиелар субсидиялар ала ала. Әгәр яугирҙең сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәр булһа, махсус эш урынын йыһазландырыу өсөн 200 мең һумға тиклем ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостан Республикаһы был йәһәттән алдынғы төбәктәр иҫәбендә. 2025 йылдың декабренән бында 394-се закон көсөнә инә, ул махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә ҡабул итеү өсөн квота билдәләй. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эшкә урынлаштырыу бүлеге начальнигы Анастасия Амелина һүҙҙәренсә, был механизм арҡаһында 28 ҙур ойошма (100-ҙән ашыу кеше) яңы эш урындары булдыра. Бөтәһе 197 вакансия асылған, шуларҙың 183-ө әлегә буш. Салауатҡа водителдәр, слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, электр монтерҙары һәм аппаратсылар кеүек белгестәр бик кәрәк.
КОНТРАКТТАН - ҮҘ БИЗНЕСЫҢА
Тормоштағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыуҙың иң яҡшы өлгөһө - Иван Зуевтың яҙмышы. Мобилизация иғлан ителгәс, ул повестка көтөп тормай, үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа юллана. 2025 йылда ауыр контузия алып, демобилизацияланғас, егеттең алдында яңы һынау тора: һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ялланған эшкә урынлашыу мөмкин булмай. Әммә Иван ҡул ҡушырып ултырырға өйрәнмәгән.
Дәүләттең социаль контракт программаһы уға яңы тормош башлау өсөн этәргес бирә. 350 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алғас, ул үҙ эшен аса.
- Башта тарттырмалы түшәмдәр (натяжные потолки) менән генә шөғөлләндем. Эштәр алға китте, киңәйә башланыҡ. Хәҙер инде үҙем кеүек ҡайтҡан егеттәргә ярҙам итәм, - ти ветеран. - Беҙҙә элекке иретеп йәбештереүселәр ҙә, буяусылар ҙа бар. Төрлө яра алған егеттәрҙең һәләтенә ҡарап, уларға яраҡлы эш табабыҙ. Улар бында тыныс ҡына аҡса эшләй ала.
Ивандың командаһында 15 кеше эшләй. Улар металл конструкциялар йыя, ҡыйыҡтарҙы яңырта, ҡоймалар ҡуя - ҡыҫҡаһы, төҙөлөш өлкәһендә кәрәкле хеҙмәттәрҙең барыһын да башҡаралар.Төҙөлөш тармағы - һәр ваҡыт ихтыяж булған өлкә. Ивандың миҫалы - федераль башланғыстың ысын мәғәнәһендә сағыу иллюстрацияһы. Рәсәй Төҙөлөш министрлығының «Үҙ хеҙмәтем» платформаһы ярҙамында 2026 йыл аҙағына тиклем 30 меңгә яҡын ветеранды төҙөлөшкә йәлеп итеү күҙаллана. Әлегә ил буйынса 48 меңдән ашыу махсус операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары ошо программа аша яңы эш урыны тапҡан да инде.
БИЛДӘҺЕҘЛЕК ҺӘМ ЯРҘАМ
Әммә бөтә тарихтар ҙа бәхетле тамамланмай. Олег Буркинға 55 йәш. Эшсе һөнәре юҡ, ғүмер буйы коммерция менән шөғөлләнә, һуңынан контракт буйынса хеҙмәт итергә китә. Дүрт ай элек ул махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан.
- Минең алдымда билдәһеҙлек. Һөнәр юҡ, ә һаулыҡ менән проблемалар бик күп, - ти ветеран.
Бындай осраҡтарҙа шәхси осрашыуҙар форматы алмаштырғыһыҙ. Депутат Владимир Фидоренко шунда уҡ шәхси һаҡ предприятиеһынан бер нисә вариант тәҡдим итте. Конкрет тәҡдимдәрҙе ишеткәс, Олег бер аҙ дәртләнде: «Ярай, һөйләшербеҙ», тине ул тыныс ҡына.
Беренсе осрашыуға ете ветеран саҡырылғайны, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе генә килде. Ойоштороусылар аңлай, шарттар төрлө була. Шуға ҡарамаҫтан, был мәсьәләгә бер кем дә нөктә ҡуйырға йыйынмай. Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә ҡарар ителә. Процесҡа дәүләт инфраструктураһы ла әүҙем ҡушыла: «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды эш эҙләүҙә ярҙамға меңәрләгән ғариза ҡабул иткән дә инде.
Өйгә ҡайтҡан һалдаттарҙы яраҡлаштырыу проблемаһы лозунгтар менән түгел, ә конкрет закондар, субсидиялар һәм кеше ҡатнашлығы менән хәл ителә. Һәм ҡала кимәлендәге депутаттарҙың яугирҙар менән бер өҫтәл артына ултырыуы ҡаланың геройҙарын ташламауын күрһәтә. Иң мөһиме - егеттәрҙең эшләргә теләге булһын, ә Салауатта улар өсөн эш табылыр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас