Ошо көндәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан ҡала дауаханаһының конференциялар залында үҙен изге эшкә - кеше ғүмерен һәм һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған белгестәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һәм башҡа юғары вазифалы кешеләр ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.
Быйыл 15 июндә билдәләнгән медицина хеҙмәткәрҙәре көнө - илебеҙҙә иң әһәмиәтле һәм хөрмәтле байрамдарҙың береһе. Был һөнәрҙең ҡиммәтен махсус хәрби операция үткәрелгән осорҙа нығыраҡ аңлайһың. Аҡ халатлылар үҙҙәренең профессиональ бурысын үтәп, һәр ваҡыт «алдынғы» һыҙыҡта. Яҡташтарыбыҙ араһында Гиппократ антына тулыһынса тоғро ҡалып, һуғыш яландарында һәләк булған салауаттар бар. Был көндө йыйылыусылар ошондай медицина хеҙмәткәрҙәрен иҫләп, тантананы бер минут тынлыҡ менән башланы.
Салауат медицинаһының бөтә ҡаҙаныштары табиптарҙың, урта һәм кесе персоналдың көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәтенә нигеҙләнгән. Һөнәри бурыстарын үтәп, улар ҡала халҡының һаулығын һаҡлау һәм нығытыу буйынса ҙур эш башҡара. Әлеге ваҡытта ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһында 1700 медицина хеҙмәткәре эшләй. Беренсе булып ҡотлау һүҙҙәре менән коллегаларына ҡала дауаханаһының баш табибы Алик Янышев мөрәжәғәт итте. Ул хеҙмәттәштәренә сабырлыҡ һәм халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау бурысына тоғролоҡтары өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.
- Бөгөн беҙ төп байрамдарыбыҙҙың береһен - медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү өсөн йыйылдыҡ. Был дата һәр пациенттың һаулығы һәм именлеге өсөн арымай-талмай эшләгәндәрҙе берләштерә. Тап һеҙ пациенттарға йәшәүгә көс, яҡшылыҡҡа ышаныу һәм һауығыуға өмөт бирәһегеҙ. Һеҙ тормош һынауҙары һәм көсөргәнешкә тулы һөнәр һайлағанһығыҙ, әммә һеҙҙең талантығыҙ арҡаһында ауырыуҙар матур тормошҡа өмөтләнә, пландар ҡора һәм һауығыуға бара. Хеҙмәтегеҙ һәм һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт, – тине ҡала дауаханаһының баш табибы Алик Янышев.
Хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин да Салауат табиптарына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- Хөрмәтле ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлауыма шатмын. Был иң изге һөнәрҙәрҙең береһе, быуаттар буйына һеҙҙең эшегеҙ хөрмәт ителә һәм изгеләргә тиңләнә. Тыуғандан алып һуңғы көнгә тиклем кешеләрҙе оҙатып йөрөйһөгөҙ, уларҙы дарыуҙар менән генә түгел, ә йылы һүҙҙәр менән дә һауыҡтыраһығыҙ. Ауырыуҙың иң ауыр мәлдәрен күрәһегеҙ, әммә батырлыҡ һәм толерантлыҡ менән хеҙмәтегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Һеҙгә именлек, ныҡлы һаулыҡ, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйем, - тип билдәләне Марат Зәһиҙуллин.
Һөнәри байрамдары уңайынан намыҫлы һәм камил эше, оҫталығы өсөн ҡаланың иң яҡшы медицина тармағы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй, республика, ҡала һәм ведомство наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында эндископия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Гөлфиә Ишембаева ла бар.
- Мин мәктәптән һуң Салауат медицина колледжын тамамланым, 1996 йылда ошо дауаханаға килдем һәм бөгөнгө тиклем бер урында эшләйем. Хәҙер мин эндоскопия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Табип булыу, аҡ халат кейеү - минең бала саҡ хыялым. Миңә һөнәрем бик оҡшай. Беҙҙең коллективыбыҙ татыу, барыбыҙ ҙа дуҫ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бер ҙур ғаилә кеүек мәж киләбеҙ. Наградамды мин үҙ бүлегемдең дөйөм ҡаҙанышы итеп ҡабул итәм, - ти эндоскопия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Гөлфиә Ишембаева.
- Өләсәйем фельдшер ине, уға ҡарап, мин тормошомдо медицина менән бәйләнем һәм бына 33 йылдан ашыу ошо өлкәләмен. Хеҙмәттәштәремә һөнәрҙәрен яратыуҙан туҡтамауын, үҙ эштәре тип янып тороуҙарын теләйем, сөнки һөнәргә һөйөүһеҙ медицинала хеҙмәт итеп булмай. Ә пациенттарға беҙҙе хөрмәт итеүҙәрен һәм аңлауҙарын теләйем, - тип уртаҡлаша юғары награда алыусы 1-се поликлиника шәфҡәт туташы Елена Немычникова.
Байрамдың бөтә ҡунаҡтары өсөн концерт программаһы әҙерләнгәйне. 55-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм дауахана хеҙмәткәрҙәре йыйылыусыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы, уларға йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр бүләк итте.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.
Автор фотоһы.