Николай Трутнев тыумышы менән Федоровка районы Дедово ауылынан. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас Дедово участка дауаханаһына эшкә ҡайтарыла. Унда ете йыл эшләгәндән һуң Салауат ҡалаһына килә һәм ҡырҡ йылдан ашыу ошо ҡалаға хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡанына йыл да юҡ әле.
- Эшкә ҡарата һөйөүҙе ата-әсәйем тәрбиәләне. Иртән уянһам да атайым эштә, кисен йоҡларға ятҡанда ла һаман ҡайтмаған була. Әсәйем акушер ине, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла саҡырттылар. Ул заманда тыуым күп, демографик хәл дә һәйбәт булды. Уларҙың эшһөйәрлеген, тырышлығын күреп үҫтем. Тәүҙә осоусы булырға теләнем, тик был һөнәр минеке түгеллеген аңланым. Ауыл балаһы булараҡ ер эшен ярата инем. Һәм...тағы яңылыштым. Моғайын, табип һөнәренә ҡарата һөйөүҙе ауыл дауаханаһында хирург булып эшләгән Николай Ников уятҡандыр. Уға оҡшарға тырыштым, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалғы килде, - тип хәтирәләргә бирелә тәжрибәле табип.
Николай Михайлович байтаҡ йылдар хирургия бүлеге мөдире булып эшләй. Яһаған операцияларының иҫәбе-һанын күҙ алдына килтереүе лә ҡатмарлы:
- Нисә операция эшләүемде теүәл генә әйтеүе ауыр. Сөнки операция яһарға ҡайҙа саҡыралар, шунда, шул иҫәптән бала табыу йортона, Медсервисҡа, төрмә дауаханаһына барҙым. Яҡынса йылына өс йөҙ тирәһе булғандыр. Салауат ҡалаһында ғына ун мең тирәһе, - тине ул.
Айырыуса ҡатмарлылары яҡшы иҫендә ҡалған хирургтың:
- Бер юлы ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйән, үт юлы зарарланған егетте алып килделәр. Егеттең иҫән ҡалыуына өмөт юҡ ине тиерлек. Махсуслаштырылған үҙәктәрҙә генә башҡарыла торған операция яһаныҡ, ул алты сәғәт дауам итте һәм яҡшы тамамланды. Ошо операция өсөн 2007 йылда “Алтын скальпель” премияһы тапшырылды ла инде, - ти Николай Михайлович.
Алтын ҡуллы табиптың тырыш хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан да билдәләнмәй ҡалмай. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 1996 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” маҡтаулы исеме бирелә, 2003 йылда “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнә. 2013 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул “Салауат ҡалаһының почетлы гражданины” исеме ала, 2002 йылда “Выбор” гәзите уны“ Йыл кешеһе” тип таный.
Николай Трутнев ҡатыны менән өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙер инде алты ейәнгә бәхетле олатай, өләсәй улар. Балаларығыҙ һеҙҙең юлдан китергә теләк белдермәнеме, тигән һорауға ул былай тип яуап бирә:
- Медицинаны яҡшы белгәнгә күрә, уларҙы йәлләнем. Үҙҙәре лә артыҡ теләк белдермәне. Ә бына ейәнемдең хирург булыуын теләйем.
Кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, йорт төҙөргә һәм ул үҫтерергә тейеш, тиҙәр. Николай Трутнев быларҙың барыһын да үтәгән. Уға ғаиләһе, балалары менән йән тыныслығында йәшәргә насип булһын.