Иң башта лекция менән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Фәнилә Әхмәҙиева сығыш яһаны. Уның телмәре йәш быуындың репродуктив һаулығын һаҡлауға арналды, ул гигиена, енси тормошто иртә башлауҙы иҫкәртеү хаҡында һөйләне, планлаштырылмаған көйө ауырға ҡалыу, түлһеҙлек, енси ауырыуҙарҙың, аборттың, алама ғәҙәттәрҙең эҙемтәләре проблемаларын күтәрҙе һәм сәләмәт балалар табыу өсөн үҙеңдең һаулығыңды хәстәрләү кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе.
Һуңынан йәштәр алдында видеоблогер, тележурналист, «Телешко» телевидение мәк-тәбе медиатренеры Максим Шәүәлиев сығыш яһаны. Ул, 18 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, Тик-ток социаль селтәрендә, әйткәндәй, уның 136 мең яҙылыусыһы бар, енси тәрбиә хаҡында блог алып бара, уның видеоларын 4-5 миллионлап кеше ҡарай. Ул мәғлүмәттәрҙе аңлайышлы итеп еткереү өсөн ҡыҙыҡлы сығыш әҙерләгәйне, шуға күрә лә осрашыуға килгән тиҫтер-ҙәре уны йылы ҡабул итте.
- Минеңсә, бөгөнгө сарала күтәрелгән тема үҫмерҙәр өсөн үтә лә мөһим һәм көнүҙәк. 16-17 йәштәр тирәһендә бер видео ҡарағас, мин был тема хаҡында бер нимә лә белмәүемде аңланым, тимәк, тиҫтерҙәрем араһында ла аҙ мәғлүмәтле кешеләр етерлек, был хаҡта бит һөйләргә кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Мәғлүмәтте дөрөҫ юҫыҡта һәм ябай телдә, аңлайышлы итеп һөйләү мөһим, шул саҡ оло кеше еткерәме мәғлүмәтте, йә иһә йәш кешеме, йәштәр уны ҡабул итәсәк. Шулай ҙа тиҫтерҙәре һөйләгәнде улар еңелерәк үҙләштерә.
Бөгөн мин был проектта ҡатнашып, енси мөнәсәбәттәрҙе алып барғанда һаҡланыу сараларын күреү хаҡында күберәк һөйләнем. Енси мөнәсәбәт тәбиғи, әммә һәр кем үҙенең ҡылыҡтары өсөн яуаплы булырға тейеш. Эйе, проект «Бала тап» тип атала, әммә мин ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу саралары хаҡында һүҙ йөрөттөм, сөнки 15-16 йәштә бала табыу иртәрәк, ә мин бөгөн сығыш яһаған аудитория тап мәктәптә белем алыусылар. Сабыйҙың тыуыуына яуаплы ҡарарға кәрәк, - тине Максим Шәүәлиев.
Йәштәр осрашыу барышында һорауҙар бирмәне, шулай ҙа сығыш яһаусылар бәйләнеш өсөн үҙҙәренең контакттарын ҡалдырҙы һәм һәр ҡыҙ, егет үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән уларға мөрәжәғәт итә ала.