газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2021, 13:23

Йөҙөгөҙгә нисек килешә йылмайыу

Яҙҙың мөһим байрамдарының береһендә Салауат ирекмәндәре “Һин бик матурһың!” акцияһына ҡушылды һәм Салауат бала табыу йортона барып буласаҡ әсәйҙәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм “Ҡала көсө” ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәре бала табырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән тәбрикләп, сағыу открыткалар бүләк итте. Йылы ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү һәм бүләк алыу менән ауырлы гүзәл заттарҙың йөҙҙәренә йылмайыу йүгерҙе. Көтмәгәндә бүләк алыуға шатбыҙ, күңелдәр күтәрелеп китте, тип улар ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, уларға ла открыткалар тапшырылды.
- Бөгөн йәштәр эштәре буйынса комитет ирекмәндәр менән берлектә “Һин бик матурһың!” акцияһын уҙғара. Ул 8 март байрамына арналған. Акцияны уҙғарыу урыны итеп бала табыу йорто һайланыуы юҡҡа түгел. Сөнки тап бында ҡатын-ҡыҙҙар әсәлек тойғоһон кисерә, улар яңы кешеләргә ғүмер бүләк итә. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы, кешеләргә ғүмер биреүсе икәнен оноторға ярамай. Улар мөһим ваҡиға алдында, тулҡынланалар һәм беҙ әҙ генә булһа ла уларҙың кәйефтәрен күтәрергә, дәртләндереп ебәрергә ҡарар иттек. Шулай уҡ ял көнө, байрам ваҡыты тип тормай үҙҙәренең еңел булмаған хеҙмәтен алып барыусы медицина хеҙмәткәрҙәрен дә ҡотлайбыҙ. Беҙ ауырлы ҡатындарға һәм бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренә открыткалар тапшырҙыҡ. Уларҙың бер өлөшөн “Йәштәш” йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре, бер өлөшөн комитет әҙерләне. Беҙ һәр кемгә һаулыҡ, сабыйҙарҙың иҫән-имен тыуыуын, тормоштарында барыһы ла яҡшы булыуын теләнек һәм был сара бөтәһенә лә байрам кәйефе бүләк иткәндер, тип ышанабыҙ, - тине йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова.
Читайте нас: