газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2021, 13:18

Ниндәй бәхет әсә булыуы!

Беҙҙең республикала “Башҡортостан Респуб-ликаһы әсәләре” йәмәғәт ойошмаһы тарафынан “Бала тап” проект эшләй башланы. Был проекты Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла.

Сара ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауға, йәштәрҙә ғаиләгә ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән. Ул республиканың иң күп аборт һаны теркәлгән ун ҡала-районында ғәмәлгә ашырыла. Исемлектә Салауат та бар. Ҡала дауаханыһының баш врачы Илшат Яппаров әйтеүенсә, һуңғы биш йылда Салауатта тыуым кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә, гүзәл заттар бала табыуҙы һуңғараҡ ваҡытҡа кисектерә.
Шишәмбе, 2 мартта, ҡала дауаханаһында был проектҡа старт бирелде. Ҡаланың уҡыу йорттары студенттары алдында “Бала тап” проекты етәксеһе Диана Фаррахова, “РЖД-Медицина” йәмғиәте гинекологы Светлана Хәмәтйә-нова, страховка компанияһы етәксеһе Гөлнара Саттарова сығыш яһаны.
- Ҡала хакимиәте, ҡала дауаханаһы ярҙамы менән проектыбыҙҙы һеҙҙә башлап ебәрә алдыҡ. Бының өсөн уларға рәхмәтебеҙҙе белдерә-беҙ. Салауат - йылдам үҫешеүсе йәш ҡала, йәштәр ҙә күп. Уларға тыуымды арттырыуға, теләнмәгән йөклөлөктө профи-лактикалауға һәм аборттарҙы булдырмауға йүнәлтелгән эшебеҙҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтлеген күрһәтергә теләйбеҙ. Рәсәйҙә йөҙ тыуымға 66 аборт тура килә. Уйлап ҡараһаң, был бит ысын мәғәнәһендә фажиғә. Башҡортостанда 2020 йылда 9 мең рәсми аборт теркәлгән. Әйткәндәй, бында шәхси клиникаларҙа яһатылғандары иҫәпкә алынмаған. Шуға күрһәткес күпкә юғарыраҡ булыуы ихтимал. Йөккә уҙған, әммә баланы табырғамы-юҡмы тип икеләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға проект дөрөҫ юл күрһәтергә, уларҙың проблемаларына сиселеш табырға булышлыҡ итәсәк. Нисек кенә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙҙың төп маҡсаты - әсә булыу, - ти проект етәксеһе Диана Фаррахова.
“РЖД-Медицина” йәмғиә-те гинекологы Светлана Хәмәтйәнова йыйылыусыларға йөклөлөктө өҙгән осраҡта сәләмәтлеккә ниндәй зыян килеүе, аборттың эҙемтәләре хаҡында һөйләне:
- Республикала бала табырға һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны 925 мең тәшкил итә, ә йөклөлөк буйынса күҙәтеү аҫтына алынғандар - 40 мең. Айырма бик ҙур. Уйланырлыҡ урын бар. Аборт гүзәл заттарҙың сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай, айырыуса һуң мөрәжәғәт иткән осраҡта. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр аҙҙаҡҡа тиклем һуҙып йөрөй. Сөнки ул проблемаһы менән яңғыҙы тороп ҡала, әсәһенә һөйләргә ҡурҡа, ә яратам тип йөрөгән егете, был хәбәрҙе ишеткәндән һуң, һыуға төшкәндәй юҡ була. Үҫмер саҡта эшләткән тәүге аборт түлһеҙлеккә алып килеүе һәм ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә мәңгелек яра һалыуы ихтимал. Әгәр акушер-гинеколог бер генә ҡатынды булһа ла хаталы аҙым яһауҙан баш тарттыра ала икән, был оло еңеү тип һаналасаҡ. Табиптарҙың төп бурысы - ҡатын-ҡыҙға әсә булырға һәм һау-сәләмәт бала табырға ярҙам итеү, - тине Светлана Өлфәт ҡыҙы.
Страховка компанияһы етәксеһе Гөлнара Саттарова мотлаҡ медицина страховка-лауы өлкәһендәге хоҡуҡтар, бындай ойошмаларҙың төп бурыстары, маҡсаттары тураһында бәйән итте.
Читайте нас: