газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2021, 13:17

Иң ауыры улар иңенә төшә

Былтыр башланған коронавирус пандемияһы, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырлыҡ тыуҙырғандыр. Әммә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, улар ҡала халҡының сәләмәтлеге һағында торҙо, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарҙы. Коронавирус йоғошло сир булғанға күрә, төп көсөргәнеш йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе өлөшөнә төшә.

- Сирҙең тәүге тулҡынын үҙебеҙгә алдыҡ. Ковид-госпиталь асылғансы сирлеләр беҙҙә булды. Ни өсөн тигәндә, йоғошло ауырыуҙар бүлеге булараҡ, был бина махсус ҡулайлаштырылған, йәки айырым бокстар бар. Теүәл диагноз ҡуйылғансы, уларҙы айырым палаталарға урынлаштырҙыҡ. Сөнки дауахана эсендә инфекция таралмаһын өсөн бөтә сараларҙы күрергә тейеш инек. Унан һуң да, госпиталь тулып, урын ҡалмағас, беҙ ҡабаттан ундай сирлеләрҙе ҡабул итә башланыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡаҙанда ҡайнаған кеүек хис иттек үҙебеҙҙе. Ауырыу үтте тип иркенәйергә ярамай, һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Ә коллегаларымды яҡынлашып килгән Яҙ байрамы менән ҡотлайым! Эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем, - ти бүлек мөдире Роза Алексеева.
Читайте нас: