Йыйылышта Башҡортостан-дың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров ҡатнашты.
- Уҙған йыл бик ҡатмарлы булды, әммә ул шул уҡ ваҡытта беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Беҙ һәр ваҡыт берҙәм команда булып эш итеп, уны лайыҡлы тамамланыҡ. Ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре пандемияға ҡаршы көрәштә берләште һәм артабанғы эшебеҙ ҙә ошондай тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ҡоролор тип ышанабыҙ. Ҡала хакимиәте, шәхсән хакимиәт башлығы Игорь Миронов яғынан төрлө яҡлы ярҙам күрһәтелде, ул ковид госпиталде тикшереүҙә ҡатнашты. Беҙҙең медицина учреждениеһы эшмәкәрлегенә һәр саҡ йүнәлеш биреүсе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәтлебеҙ, - тине совет ултырышын асып учреждениеның баш табибы Илшат Яппаров.
Үҙ сиратында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов Салауат ҡала дауаханаһының медицина составына яйға һалынған хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Медицина хеҙмәт-кәрҙәренә билдәһеҙлек шарт-тарында тиҙ рәүештә эште яңы тәртиптә ойоштороу кәрәк булды. Хәлгә ҡарап пациенттарҙы ҡабул итеүҙе, уларҙы дауалауҙы яңыса итеп башҡарыу талап ителде. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, ҡаланың һәр кешеһенә бөтә күңелегеҙҙе һалып ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ был юлды ҡаһармандарса һәм кешеләрсә үттегеҙ, - тине Игорь Миронов медицина хеҙмәт-кәрҙәренә мөрәжәғәт итеп.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова шулай уҡ врачтарҙың пандемия ваҡытындағы еңел булмаған хеҙмәтен билдәләп үтте.
- 2020 йыл - ул тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеү, көтөлмәгән үҙгәрештәр йылы булды, шулай ҙа беҙ тирә-яҡтағы хәлгә тиҙ арала ҡулайлашып, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итә алдыҡ. 2021 йылда ла коронавирус менән көрәш дауам итәсәк һәм халыҡ һаулығы өсөн хеҙмәтебеҙҙә темптарҙы кәметергә ярамай, - тине урынбаҫар.
Коронавирус пандемияһы ҡаланың медицина учрежде-ниелары эшенә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, шулай ҙа медиктар яңы шарттарҙа эшләргә өйрәнеп, берҙәм команда булараҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алды. Салауатта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инфекцион госпиталь, изолятор асыла. Госпиталь 2020 йылдың 22 апреленән 2021 йылдың 5 февраленә тиклем эшләй. Ошо ваҡыт арауығында унда барлығы 2690 пациент дауалана, 29 кешенән торған 14 бригада эшләй. Шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендә лә коронавирус менән сирләү-селәргә ярҙам күрһәтеү өсөн бригада булдырыла. Поликли-никаларҙа ҡабул итеү-тикшереү фильтрҙары ойошторола.
Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә бәйле сикләү саралары арҡаһында диспансеризация, профилактик тикшереүҙәр, диагностика тик-шереүҙәренең пландары үтәлмәй ҡалған, стационар шарттарҙа дауалау ҙа кисектерелгән. Ә бына тиҙ ярҙам хеҙмәтенә көсөргәнешле шарттарҙа эш-ләргә тура килгән.
- Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла коронавирус үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, әммә стратегик маҡсаттар юҡҡа сыҡманы. Йыл дауамында ҡала дауаханаһы «Һаулыҡ һаҡлау» федераль проектының ете прграммаһында ҡатнашты, улар - беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше, йөрәк-ҡан-тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары менән көрәш, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү, балалар һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, медицина хеҙмәттәре экспор-тын үҫтереү, берҙәм һанлы контур булдырыу, инновацион медицина технологияларын индереү, - тип хәбәр итте Илшат Яппаров.
2020 йыл башынан алып ҡала дауаханаһына 38 беренсел звено табибы эшкә ҡабул ителгән, йәғни 8 терапевт, 10 педиатр, 20 тар белгес, шулай уҡ 73 урта медицина персоналы хеҙмәт-кәрҙәре хеҙмәт юлын башлаған.
Әлеге ваҡытта кадрҙарҙы йәлеп итеү ҡала дауаханаһы етәкселеге өсөн өҫтөнлөклө булып тора.
- Бөгөнгө көндә беренсел звеноға 14 терапевт һәм 4 педиатр талап ителә, кардиолог, анестезиолог-реаниматолог, балалар хирургы, невролог, балалар стоматолог-хирургы, акушер-гинеколог, ашығыс медицина ярҙамы врачы кеүек белгестәр кәрәк, - ти баш табип.
- Ҡалала медицина кадрҙа-рының етешмәү проблемаһы бер нисә йыл буйына дауам итә. Беҙ уны төптән хәл итергә тейеш, бының өсөн махсус программалар әҙерләнгән, - тип өҫтәне Игорь Миронов.
Ысынлап та, ҡалаға меди-цина белгестәрен йәлеп итеү өсөн бер нисә прграмма ҡаралған: Салауатҡа эшкә килгән врачтар өсөн хеҙмәт фатиры биреү йә иһә торлаҡ арендаһы өсөн компенсация, йәш белгестәргә окладтарына 10 процент күләмендә өҫтәмә түләү, 5-се һәм 6-сы курс студенттары өсөн социаль түләүҙәр.
- 2018 йылдан 2020 йылға тиклем врачтарға һәм уларҙың ғаиләләренә йәшәү өсөн 17 фатир бүленде. 2020 йылда 21 табипҡа торлаҡҡа түләп торғаны өсөн ай һайын компенсация түләнде. Социаль түләүҙәр программалары эшләгән осорҙа Салауат ҡалаһына тәүге звеноға ҡараған өс врач эшкә йәлеп ителде һәм туғыҙ студент менән килешеү төҙөлгән, улар 2021 йылда вузды тамамлағас беҙҙең ҡалаға эшкә килә, - тип хәбәр итте Илшат Яппаров. - Шулай уҡ Салауат хакимиәте һәм «Юрматы» хәйриә фонды менән ҡала дауаханаһының беренсел звеноһына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса программа әҙерләнгән.
«Электрон һаулыҡ һаҡлау» проекты «Һаулыҡ һаҡлау» йүнәлеше буйынса үҫештең өҫтөнлөклөһө һәм уның маҡсаты информацион технологияларҙы үҙләштереү иҫәбенә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу эшен һөҙөмтәлерәк итеү булып тора.
- 2020 йылда уҙғарылған телемедицина консультациялары һаны һиҙелерлек артты. Ике йыл элек кенә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең был төрө яңы ине. Пандемия һәм изоляция шарттарында ул талап ителгән һәм кәрәкле хеҙмәт төрө булып сыҡты. Поликлиникаларҙа теле-медицина үҙәктәре булдырылды, улар амбулатор шарттарҙа дауаланыусы коронавируслы пациенттарҙы консультациялауға мөмкинлек бирҙе, - тип һөйләй Илшат Яппаров.
Былтыр граждандар менән кире бәйләнеш булдырыу өсөн медицина учреждениеһы етәксеһе һәм уның урынба-ҫарҙары граждандарҙы ҡабул иткән, ҡала дауаханаһының социаль селтәрҙә сәхифәһе алып барыла, унда теләгән һәр кеше һорауҙарын яҙа ала, «ҡыҙыу линия» ойошторолған.
Медицина учреждениела-рының матди-техник базаһын нығытыу буйынса төрлө прог-раммалар сиктәрендә 70,97 млн һумға ҡоролмалар һатып алынған. Улар араһында рентген-лы һәм универсаль өҫтәлдәр, дефибрилятор, медицина яҡ-тыртҡыстары, пациенттарҙың карауат янындағы мониторҙары, офтальмологик йыһаздар һәм башҡалар бар.
2020 йылда инфекция бүле-ген, балалар поликлиникаһын, флюорография кабинетын, хирургия корпусы һәм 17-20-се бина араһындағы аралыҡты, ин-фекцион госпиталде капиталь ремонтлауға, хирургия кор-пусы, 1-се поликлиника, нарко-логия диспансеры һәм балалар поликлиникаларының ҡыйыҡта-рын йөпләүгә республика бюд-жетынан 31,26 млн һум бүленгән.
Бынан тыш, республика адреслы инвестицион прог-рамма сиктәрендә күп профилле дауаханала 372,4 һумлыҡ суммаға 17-20-се бинала төҙөкләндереү эштәре башҡарылған һәм 123 млн һумға медицина ҡорамалдары һәм инвентарь алынған.
Башҡортостан Республи-каһы Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылды Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итте һәм кеше тормошонда иң мөһиме - ул һаулыҡ тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре алдына кешеләрҙе дауалау ғына түгел, шулай уҡ профилактика, бәләкәйҙән һаулыҡты һаҡлау буйынса яңы бурыстар ҡуя.
- Быйылға төп бурыстар - коронавирус инфекцияһы менән көрәш, кадрҙар дефицитын бөтөрөү, планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе (диспансе-ризация һәм профилактик тикшеренеүҙәрҙе) тергеҙеү, «Демография» һәм «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекттары буйынса маҡсатлы күрһәт-кестәргә ирешеү, артабан һанлаштырыуҙы дауам итеү, диагностика һәм дауалауҙың яңы ысулдарын ҡулланыуҙы индереү, капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәрен уҙғарыу, уңайлы мөхит булдырыу, - тип белдерҙе учреждение алдындағы бурыстар менән таныштырып Илшат Яппаров.