Уҙған аҙна ҡала дауаханаһында Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Унда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова, ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров ҡатнашты. Унда киҫкен коронар синдромлы сирлеләргә медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.
Салауат ҡала дауаханаһында февраль аҙағында асыласаҡ яңы ангиографик ҡоролмалы төбәк ҡан тамырҙары үҙәге йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған кешеләргә юғары квалификациялы ярҙам алырға мөмкинлек бирәсәк.
- Беҙҙең төп бурыс - республика халҡының оҙаҡ һәм һау-сәләмәт йәшәүе. Әгәр сәләмәт кешеләрҙең һаулығын контролдә тотһаҡ, киләсәктә етди ауырыуҙар кәмер, өҙлөгөүҙәр булмаҫ һәм сәләмәт тормош йәшен күпкә оҙайта алырбыҙ, - тип билдәләне Ирина Николаева.
Нимә ул коронар синдром? Киҫкен коронар синдром - ул тотороҡһоҙ стенокардияның йәки миокарда инфарктының булыуын күрһәткән клиник һәм лаборатор билдәләр төркөмө. Күкрәк тәңгә-лендәге ауыртыныу 20 минуттан ашыу дауам итә, тирләтә, тын алыуы ауырлаша, тән тиреһе ағара. Ирина Николаеваның әйтеүенсә, бындай осраҡта дауалау сараларын ашығыс күрергә кәрәк.
Салауатта яңы үҙәктең асылыуы пациенттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүгә, кәрәкле тикшереүҙәрҙе тиҙ арала үтеүгә мөмкинлек бирәсәк. Кәңәшмәнән һуң Ирина Евгеньевна үҙәктең эше менән танышты, шулай уҡ үҙенең тәҡдимдәрен индерҙе.