газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Февраль 2021, 11:28

Һорауҙар мотлаҡ хәл ителергә тейеш

Ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров яңы вазифаға ете ай элек кенә тәғәйенләнһә лә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллективы менән берлектә күп кенә маҡсаттарға ирешергә өлгөрҙө.

Ай һайын ҡаланың төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкил-дәре менән осрашыу матур йолаға әйләнде. Был юлы ул Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ветерандары һәм ҡатнашыу-сылары менән осрашты. Сара Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл тулыу уңайынан үткәрелде. Салауатта 34 Бөйөк Ватан һуғышы, 313 Афғанстандағы хәрби хәрәкәт һәм 679 башҡа локаль һуғыш ветераны йәшәй.
Һөйләшеү барышында медицина хеҙмәте сифатына, дарыуҙар һәм шифахана путевкалары менән тәьмин ителеүгә, реабилитация һәм стационар дауаланыуға ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды, баш табип уларға яуап бирҙе.
- Улар менән бәйләнеште нығытып, артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, проблемаларҙы хәл итеү, һорауҙарға яуап табыу маҡсаты менән ойошторолдо был осрашыу. Беҙҙең адресҡа ветерандарҙан бер нисә һорау килде. Улар араһынан иң мөһиме - алынған төрлө йәрәхәттәрҙән һәм контузияларҙан һуң реабилитация һәм стационар медицина ярҙамы күрһәтеү, - ти баш табип.
- Беҙҙең һорауҙар күп, айырыуса, социаль, табиптарға мөрәжәғәт итеү буйынса бихисап. Баш табип беҙгә аныҡ яуаптар бирҙе, - ти “Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы” Салауат ҡалаһы бүлексәһе рәйесе Миҙхәт Заһитбаев.
Осрашыу барышында Илшат Иншар улы февраль айын хәрби хәрәкәт ветерандары өсөн медицина тикшереүен ойоштороу айлығы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Ул шулай уҡ дауаханала Бөйөк Ватан һуғышы, локаль һуғыш ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн тәғәйенләнгән ике палата барлығын һәм өҫтәмә рәүештә тағы бер палата булдырыу тураһында һорау ҡаралыуын хәбәр итте.
Сара һуңында Миҙхәт Заһитбаев Илшат Иншар улына "Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл" иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: