Декабрь аҙағында привив-каның тәүге компонентын эшләт-кән врачтарға, уҡытыусыларға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә икенсеһен индереү ҙә башлан-ды. Дөйөм алғанда, Салауатта коронавирусҡа ҡаршы 400 кеше тәүге компонент менән вакцинацияланған. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһы ике компонент-тан тора, шуға прививканы ике этапта үткәреү талап ителә.
Вакцинация темаһына ҡарата интернет селтәрҙәрендә лә, тормошта ла ҡыҙыу бәхәстәр бара. Уны эшләтергәме-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә. 24 ғинуарҙа прививка эшләтергә килгән кешеләр исемдәрен әйтергә теләмәне, аноним рәүештә генә аралашты.
Вакцинаның икенсе компонентын яһатырға 404-се кабинетҡа тәүгеләрҙән булып йәш кенә ҡыҙ юлланды.
- Һаҡланыр өсөн прививка эшләтергә булдым. Тирә-яҡта барыһы ла ауырый, ә беҙ сирләмәгәнбеҙ. Вакцинанан һуң ауырыған хәлдә лә, сирҙе еңелерәк уҙғараһың. Прививкаға ҡарата төрлө ҡараш йәшәй. Тормош иптәшем, тағы бер нисә танышым уны яһатты. Уларҙың барыһының да яҡшы үтте, бер ниндәй кире реакциялары булманы. Бары минең генә өс көн дауамында бер аҙ тән температураһы күтәрелде. Был турала иҫкәрткәйнеләр инде. Һәр организм төрлөсә ҡабул итә. Прививка яһатҡаныма үкенмәйем, - тине ҡыҙ.
Пациенттарҙың сәләмәтле-ге тураһында хәстәрлек күреүсе врачтар вакцинаның беренсе компонентын тәүгеләрҙән булып алды. Ул көндө аталы-ҡыҙлы табиптар ҙа килгәйне.
- Сирҙе төрлө кеше төрлөсә үткәрә. Вакцинаның бер насар яғын да күрмәйем. Тәүге компонентты ҡаҙатҡандан һуң бер ниндәй кире реакция ла тойманым, бары тик инъекция урыны ғына бер аҙ ауыртты. Ә 66 йәшлек атайымдың ундай билдәләре лә булманы. 68 йәшлек әсәйем дә вакцинация-ланды, - тине үҙе һәм атаһы тураһында ҡыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтер булһағыҙ, үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға шылтыратып яҙылығыҙ. 1-се поликлиника - 38-67-31, 2-се поликлиника - 38-55-20. Вакцина килгәндән һуң һеҙгә үҙҙәре шылтыратып, көнөн һәм ваҡытын билдәләйәсәктәр.
Кемдәргә вакцинаны эшләтергә ярамай?
Вакцинаны 18 йәшкә тиклемге балаларға, йөклө ҡатындарға һәм бала имеҙгән әсәләргә, киҫкен сирҙәре булғандарға, вакцинаның теге йәки был компонентына үтә һиҙгер реакция булған осраҡта яһау тыйыла.