15 Lada Granta 219010 һәм 10 УАЗ 3163 автомобилдәре республиканың район-ҡалаларына юлланды. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса федераль бюджет аҡсаһына һатып алынған. Автомобилдәр беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе учреждениелар, ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан үҙәк район һәм ҡала дауаханалары, шулай уҡ пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарға тиклем илтеү өсөн дә тәғәйенләнгән.
- Беҙ күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - ти Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров. - Яңы автомобилдәр 1-се һәм 2-се поликлиникалар файҙаланыуына тапшырыла. Һис һүҙһеҙ, был медицина ярҙамын күрһәтеү тиҙлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.