газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Декабрь 2020, 12:43

“Ҡороғор” вирустан ҡотҡара

Яҙҙан бирле коронавирус тигән зәхмәттең ҡоллоғондабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, ковидтан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы - прививка эшләтеү. 22 декабрҙә 1-се ҡала дауаханаһында вакцинаның тәүге партияһы эшләнә башланы.

- Әлегә 85 доза вакцина ҡайтарылды. Ул “Гам-КОВИД-Вак” тип атала, башҡа прививкаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тәү сиратта, прививка медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусы-ларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә яһала. Бының өсөн пациенттың һау-сәләмәт булыуы мотлаҡ, уны терапевт ҡарарға тейеш. Әгәр ул алдан коронавирус менән ауырыған булһа, һауыҡҡан мәлдән кәмендә өс ай ваҡыт үтергә тейеш. Башҡортостанда коронавирустан халыҡты вак-цинациялау киләһе йылдың бе-ренсе кварталында көтөлә, - тип һөйләй ҡала дауаханаһының 1-се поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Галина Ботина.
Прививкалар эшләү кабине-тының шәфҡәт туташы Оксана Алексеева флаконды стерилле салфеткалар менән эшкәртеп һаҡ ҡына аса, стерилле шприц менән вацинаны тултыра.
- Вакцина ике компоненттан тора, шуның өсөн прививканы ике этапта үткәрергә кәрәк. Арауығы 21 көн булырға тейеш. Тәүге прививканан һуң гумораль иммунитет формалаша, йәки һаҡлағыс антитесемдәр бар-лыҡҡа килә, ә икенсеһенән һуң иммунитет нығыраҡ һәм көслөрәк була. Прививка беләккә яһала, унан һуң пациентҡа коридорҙа ярты сәғәт ултырып тороу талап ителә, - ти Оксана Александровна.
Бер флакон биш кешегә иҫәпләнгән. Прививканан һуң был урынды һыулатмаҫҡа, мунсаға, саунаға барыуҙан тыйылырға, иҫерткес эсемлек-тәрҙе ҡулланыу ҡәтғи тыйыла, һалҡын тейҙермәҫкә. Тән темпе-ратураһы күтәрелеү, ОРВИ-ның тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Азамат Вәлитов, ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры:
- Фельдшер булып 17 йыл эшләйем. Пандемия ваҡытында беҙҙең хеҙмәткә апаруҡ көсөргә-неш төштө. Коронавирус инфек-цияһын йоҡтороусы пациент-тарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙә алғы һыҙыҡта тора-быҙ. Шуға үҙеңде һаҡлау өсөн прививка кәрәк.
Павел Артомонов, ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры:
- Эш стажым 16 йыл. Прививка яһатыу мотлаҡ, айырыуса, дауа-лау учреждениелары хеҙмәткәр-ҙәренә. Ауырыу үткәрҙем дә, иммунитет барлыҡҡа килде, тип уйлау хата фекер. Сирҙе бер тапҡыр йоҡторған кешенең икен-сегә ауырыу ихтималлығы бар.
Ольга Круглова, ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры:
- Ашығыс медицина ярҙа-мында 27 йыл эшләйем. Хеҙмәт-тәштәрем менән тулыһынса килешәм. Үҙем ауырыуҙы көҙөн еңел формала үткәрҙем. Әммә антиесемдәр барлыҡҡа килмәне, шуға привика яһатырға булдым.
Вакцинацияланған кешеләр-ҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, улар прививканан һуң бер ауырытыныу ҙа һиҙмәгән, ғәҙәти укол һымаҡ ҡына тойолған.
Читайте нас: