газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Декабрь 2020, 11:25

Зәһәр сир - заман афәте

20-се быуат аҙағында килеп сыҡҡан СПИД ауырыуы, ысын мәғәнәһендә, заман афәтенә әйләнде.

СПИД - йоғошло сир, иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Ул организм-дағы һаҡланыу системаһының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәк-тәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. ВИЧ-инфекцияның һуңғы осоро СПИД ауырыуы тип атала.
Кеше ауырыуҙы йоҡтор-ғандан алып СПИД осорона тиклем йылдар дауамында ғәҙәти тормошта йәшәй ала. Әммә барыһы ла тик кешенең үҙенән генә тора. Тәртипһеҙ енси тормош алып барыуын, наркотиктар, алкоголь ҡулланыуын, тәмәке тартыуын дауам итә икән, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итеүҙең файҙаһы юҡ. Быларҙың барыһы ла иммунитетты юҡҡа сығара һәм процестың үҫешенә булышлыҡ итә.
Кеше йылдар дауамында вирус менән инфекцияланыуы тураһында уйлап та бирмәҫ-кә мөмкин. Түбән иммунитет фонында яйлап ВИЧ инфекция-ланған кешенең һаулығына ныҡлы ҡурҡыныс янаған ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Әйтәйек, үпкә ауырыуҙары, туберкулез, токсоплазмоз, яман шеш.
ВИЧ кешенән кешегә ҡан, наркомандарҙың уртаҡ шприцтары, ауырыу йоҡҡан медицина инструменттары аша, енси юл менән йоға. Йөклө ваҡытта ауырыу әсәнән балаға, күкрәк һөтө менән имеҙгәндә лә күсә. Вирус йәш, төкөрөк, тир, көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, китап, кейем-һалым, эске кейем һәм аяҡ кейеме аша, спорт һәм һыу процедуралары менән шөғөлләнгәндә, ҡан һурыусы бөжәктәр тешләүе аша йоға тигән фекер нигеҙһеҙ.
Ауырыуҙы билдәләү өсөн махсус лабораторияларҙа тикшереү, тест үткәрәләр. Был сир, айырыуса, йәштәр өсөн бик хәүефле. Уларҙың күптәре күңелле мауығыу-ҙарҙың насар эҙемтәгә алып барыуын аңлап та етмәй.
Беҙҙең ҡала буйынса ла хәлдәрҙе шәптән тип әйтеп булмай. Быйыл 10 ай эсендә генә лә 96 яңы осраҡ асыҡланған. 1262 кеше, 737 ир-егет һәм 525 ҡатын-ҡыҙ, иҫәптә тора. ВИЧ-инфекциялы 23 ҡатындан сабыйҙар тыуған. Шуныһы ҡыуаныслы, балалар һау-сәләмәт булып донъяға килгән. Инфекция йоҡтороусыларҙың күпселек өлөшө йәштәргә тура килә - 21 йәштән 40 йәшкә тиклемге 753 кеше, 12 - 20 йәшлектәр - 13 кеше.
Ошо дата уңайынан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министрлығы 26 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Туҡта ВИЧ/СПИД» тип аталған саралар комплексы уҙғарҙы.
Шуларҙың береһе итеп 27 декабрҙә ВИЧ-инфекцияһына ҡаршы берҙәм көрәшеү көнөн уҙғарыу ҡаралған. Ҡала үҙәк китапханаһы ла ошо акцияға ҡушылып, “СПИД-ҡа юҡ!Тормошҡа-эйе!” акцияһын ойошторҙо. Сара барышында ҡала халҡына “СПИД-ты бергәләп туҡтатайыҡ!” мәғ-лүмәти буклеттар, СПИД-ҡа ҡаршы көрәш символы булған ҡыҙыл таҫмалар таратылды.
- ВИЧ-инфекцияһы та-ралыуы кешелектең иң ҙур проблемаһы булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир йоҡтороусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Йәштәр, ғәҙәттәгесә, хәүеф төркө-мөндә ҡала бирә. Шулай ҙа, был проблемаға оло быуын кешеләренең дә иғтибарын йәлеп итергә кәрәк. Республика акцияһына беҙ ҙә теләп ҡушылдыҡ. Мәғлүмәти иҫкәртеү ҙә үҙ ролен уйнамай ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ. Һәр кем сәләмәтлегенә иғтибарлы булһын ине, - ти ҡала үҙәк китапханаһының ойоштороу-методик бүлегенең баш методисы Евгения Поворотова.
Читайте нас: