- Бөгөн Салауат ҡаланың медицина өлкәһе өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Бөгөндән алып бында терапия, неврология һәм башҡа бүлектәр пациенттарҙы яңы шарттарҙа, яңы көс һәм мөмкинлектәр менән ҡабул итергә әҙер. Бүлексәләрҙә эшләйәсәк табиптар белемен камиллаштырҙы, улар яңы ҡорамалдарҙа граж-дандарға тейешле медицина ярҙамын күпкә сифатлыраҡ күрһәтә аласаҡ. Төҙөүселәргә корпусты сифатлы ремонтлауҙары өсөн рәхмәт. Салауат ҡалаһы республика өсөн әһәмиәткә эйә, шуға күрә уның үҫеш юлы республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан уҙған йылдың авгусында уҡ билдәләнде. Уҙған ял көндәрендә ул объекттың әҙерлеген килеп ҡараны, артабанғы пландарҙы ла атаны, уларҙы ла ваҡытында тормошҡа ашырырбыҙ, тип уйлайым, - тине үҙенең телмәрендә Максим Забелин.
Һаулыҡ һаҡлау министры медицина эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәндәрҙе наградланы. Һаулыҡ һаҡлауҙағы ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн врач-педиатр Нелли Янгирова, врач-кардиолог Рәзим Мөхәмәтғәрипов республиканың «Почетлы остаз» айырмалыҡ билдәһе, өлкән шәфҡәт туташтары Әлфиә Биктаһирова, Зәриә Фәтҡуллина, Гөлсинә Йомағолова, реанимация һәм интенсив терапия шәфҡәт туташы Рәсихә Богданова «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныш-тары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов күп профилле дауаханала яңыртылған корпустың асылыуын мөһим ваҡиға тип билдәләне.
- Беҙ бөгөн тулы төҙөкләндереү үткәрелгәндән һуң яңы корпусты асабыҙ. Республика Башлығына, һаулыҡ һаҡлау министрына был проектты хуплап, уны адреслы инвестицион проектҡа индереүҙәре өсөн рәхмәт. Медицина ярҙамы уңайлы, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән шарттарҙа күрһәтелергә тейеш. Яңы корпусты сафҡа индереү менән беҙ был йүнәлештә тағы ла бер аҙым алға яһайбыҙ. Шуныһы мөһим, беҙ койка-урындарҙы ғына арттырып ҡалманыҡ, шулай уҡ был биналағы бүлексәләрҙе яңы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазлан-дырҙыҡ. Был һәм дауахана хеҙмәткәр-ҙәренең тәжрибәһе, профессионал-леге салауаттарҙы дауалауҙа һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирәсәгенә ышанам. Һеҙгә еңел булмаған, әммә изге эше-геҙҙә уңыштар теләйем, - тип ҡотланы Игорь Геннадьевич.
Ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров Яңы йыл алдынан ошондай бүләк яһалыуы өсөн рәхмәт әйтте һәм был корпустың сафҡа инеүе менән пациенттар өсөн генә түгел, дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүен һыҙыҡ өҫтәнә алды. Салауат медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса алдынғылар рәтендә булыр, тип ышанам, тине ул.
Төҙөлөш компанияһы «Дортранс-строй» йәмғиәте директоры Булат Динеев корпусты төҙөкләндереүҙе уларға ышанып тапшырыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бина-ның халыҡ мәнфәғәтендә яҡшы итеп хеҙмәт итеренә ышаныс белдерҙе. Һуңынан тантаналы рәүештә символик асҡысты дауахананың баш врачына тапшырҙы. Абруйлы ҡунаҡтар ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡандан һуң, яңыртылған корпустағы шарттар менән танышып сыҡты. Киң палаталар, заманса йыһазландырылған операция бүлмәләре һәм башҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡуйылған ҡорамалдар, ғөмүмән, алты ҡатлы бинала урынлашасаҡ неврология, кардиология, терапия, паллиатив, отоларингология, травмотология бүлексәләренең эшмәкәрлеге өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
- Был корпус ярайһы уҡ күп функциялы, барлыҡ шарттар бар. Улар пациенттарға тейешле медицина ярҙамын алырға, ә дауахана хеҙмәткәрҙәренә яҡшы шарттарҙа эшләргә мөмкинлек бирә, - тигән һығымта яһаны бүлексәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Гөлнара Асҡарова.
Автор фотолары.
Яңы корпустың беренсе ҡатында – травмпункт һәм ангиография комплексы, икенселә – паллиатив медицина ярҙамы, өсөнсөлә — 2-се хирургия бүлеге составында 20 отоларингология койка-урын, дүртенселә — неврология, бишенселә — беренсел ҡан тамырҙары һәм интенсив терапия палатаһы булған неврология, алтынсыла 30 урынлыҡ 2-се терапия бүлектәре ойошторолған.