Ысынлап та, уның яңыртыуға мохтаж булыуы асыҡтан-асыҡ күренеп тора ине. Буяуҙары ҡубып бөткән ҡотһоҙ стеналар, плиткалары аҡтарылған иҙәндәр былай ҙа ауырыған кешенең кәйефен бер ҙә күтәрмәй. Үҙемә лә ошо иҫке корпуста бер түгел, бер нисә тапҡыр ятып сығырға тура килде. Хәҙер иһә, ремонттан һуң, уны танырлыҡ та түгел, коридорҙар киң, яҡты, стеналар асыҡ төҫтә. Ике, өс урынлыҡ палаталарға күп функциялы карауаттар ҡуйылған. Улар сирлеләр өсөн бик уңайлы. Палаталарҙа айырым санузел, душ бүлмәһе урынлаштырылған, был да бик уйланып эшләнелгән. Хатта 2-се бүлексәлә теге йәки был инфекцияға шик тыуған пациенттар өсөн фильтр-бокс булдырылған.
Күп функциялы дауаха-наның яңы корпусы ишектәрен ноябрь аҙағында асасаҡ. Хәҙер алты ҡатлы яңы бинала пациенттарҙы терапия, кардиология, неврология бүлексәләре, 2-се хирургия бүлексәһе составына ингән оториноларингология койка-лары, паллиатив медицина ярҙамы бүлексәһе һәм травматология пункты ҡабул итәсәк. Декабрҙә ангио-график комплекс, 2021 йылда компьютер томографы үҙ эшен башларға йыйына.
Уҙған шәмбе бында рес-публиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин килде.
- Һәр бүлексә проектҡа ҡыҙыҡһыныу, энтузиазм менән ҡараған, медицина коллективтары матур, асыҡ төҫтәрҙе һайлаған. 1 декабрҙән корпустың эш башлауы көтөлә. Был ҡан әйләнеше системаһы проблемаһы бул-ған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк, терапия бүлексәһендәге сирлеләрҙең дауаланыу шарт-тарын яҡшыртасаҡ. Бында Салауат ҡалаһы халҡына ғына түгел, ә тирә-яҡтағы ҡала-райондарҙан килгәндәргә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Эштәрҙең башҡарылыуын ыңғай баһалайым. Штат та булдырылған, яңы ҡан тамырҙары бүлексәһе өсөн Республика кардиология үҙәге белгестәре менән хеҙмәт-тәшлек итеү схемаһы ла көйләнгән, - тине министр.
2-се хирургия бүлексәһе лә ҙур яңырыу кисергән, айы-рыуса оториноларингология буйынса үҙгәрештәр бихисап.
- Ниһайәт, хәҙер пациент-тарҙы уңайлы һәм заманса шарттарҙа дауалай алабыҙ. Лор-врачының эш урыны тулыһынса алыштырылды. Иң оҙаҡ көткән заманса ҡорамал-дарҙың береһе - универсаль операция өҫтәле. Ул монитор һәм видеокамера менән йыһазландырылған. Эндоскоп мониторға тоташтырыла һәм операция барышы тулыһынса яҙыла һәм төшөрөлә. Элек беҙҙә был юҡ ине. Тағы ла өҫ-тәмә хирургик инструмент-тарҙың ҡайтарылыуын көтәбеҙ. Пациенттарҙың шәбәйеүе күп осраҡта уның ниндәй шарт-тарҙа дауаланыуынан тора. Дауаханала ятҡан кеше быны яҡшы аңлай. Яңы мөмкин-лектәрҙең барлыҡҡа килеүенә бик шатмын, - ти табип-ото-ларинголог Илгиз Фәтҡуллин.
Шулай уҡ бында яңы сурдологик кабинет асылған, аудиометрик ҡорамал алынған. Хәҙер ишетеү һәләте менән проблемалары булғандар бында мөрәжәғәт итә ала.
2-се хирургия бүлек-сәһе составына лор һәм офтальмология койкалары инә.
- Оториноларингология буйынса заманса ҡорамалдар алыныуы бик ҡыуаныслы. Ул пациенттарҙы яҡшыраҡ дауаларға мөмкинлек бирә. Бына офтальмология буйынса хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ әле. Дауахана етәкселеге проблемаларҙы мөмкин бул-ғанса хәл итергә тырыша. Йылына яҡынса 800 тирәһе операция эшләйбеҙ. Башлыса, өлкән йәштәге кешеләргә. Улар ситтә түгел, ә үҙебеҙҙә ярҙам алырға теләй. Былтыр операция яһаған иң өлкән пациентҡа 95 йәш ине. Барыһы ла уңышлы үтте, күреү һәләте яҡшырып, йортона ҡыуанып ҡайтып китте. Кемдең донъя матурлығын күреүҙән мәхрүм булғыһы килһен инде? Шуға беҙгә хирургик һәм диагностик ҡорамалдар бик мөһим. Әле күҙҙе тикшереү өсөн тәғәйенләнгән тишекле ике лампа, электр офтальмоскобы ҡайтарылды. Киләсәктә лә йыһаздар алыныр тигән өмөттә ҡалабыҙ, - ти бүлексә мөдире, табип-офтальмолог Ольга Калинина.