газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2020, 15:28

“Ҡыҙыл әтәс” кермәһен йортобоҙға

Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙы үтәмәй.

Янғын тигән ҙур бәләнән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Шырпы, зажигалка, шәм менән һәр саҡ һаҡ ҡулланырға кәрәк. Электр селтәренә ҙур көсөр гәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырыу хәүефле икәнен иҫтә тотоғоҙ. Изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, улар өҫтөндә кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсалар балаларҙың буйы етмәгән урында һаҡланһын. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулайлама. Уны йортоғоҙға алып ҡуйһағыҙ бик яҡшы булыр. Ҡоролма янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: