газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2020, 15:21

ВИЧ-экспедицияһы Салауатҡа килде

Шишәмбе көн салауаттар «ВИЧ-ҡа тест: экспедиция - 2020» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Теләгән һәр кем бер нисә минут эсендә бушлай һәм аноним рәүештә экспресс-тест үтеп, үҙенең ВИЧ менән сирләү-сирләмәүен асыҡлай һәм белгестәрҙән консультация ала алды. Бының өсөн «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдындағы майҙанға ил буйынса ВИЧ-экспедицияла йөрөүсе, махсус атрибуттар менән биҙәлеп әллә ҡайҙан күренеп торған машина килеп ултырғайны. Ирекмәндәр брошюралар таратып, кешеләрҙе тест үтергә саҡырҙы.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ми-нистрлығының «ВИЧ-ҡа тест: экспе-диция - 2020» Бөтә Рәсәй акцияһы граждандарға ВИЧ/СПИД тураһында мәғлүмәтте еткереү, инфекцияны йоҡтороусыларҙы асыҡлау һәм уларҙы дауалауға ебәреү, күберәк кешене даими тикшерелеп тороуға өндәү кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.
Был көндө ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров та тест үтеп, үҙ миҫалында даими тикшерелеп тороу кәрәклеген күрһәтте.
- Әлеге ваҡытта бөтә донъя коронавирус пандемияһы менән көрәшә. Әммә башҡа социаль әһәмиәтле ауырыуҙар хаҡында ла оноторға ярамай. Мин үҙем дә килеп тест тапшырырға булдым. Был акция ВИЧ-инфекцияларҙы асыҡлауға, кешеләргә инфекцияның таралыу ысулдары, дауаланыу һәм башҡа көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе еткереүгә йүнәлтелгән. Сара 2016 йылдан алып ойошторола һәм быйылғыһы өсөнсө тапҡыр беҙҙең ҡалаға килә. Ойоштороусыларға ошондай мөһим һәм кәрәкле акция уҙғарыуҙары өсөн рәхмәт, - тине Илшат Яппаров.
Баш табип сараның барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп уҙғарылыуын билдәләне.
ВИЧ-инфекцияны йәшенә, енесенә, социаль статусына ҡарамай һәр кем йоҡтороуы ихтимал. Әммә шуны оноторға ярамай, ВИЧ-инфекция менән көрәшеү мөмкин, уны дауалайҙар, ә иң мөһиме сирҙе иҫкәртеп була.
- Беҙ юлыбыҙҙы Камчатканан 26 июндә башланыҡ. Бөтә Рәсәй акцияһы барлығы 45 төбәктең 216 ҡала-ауылдарында уҙғарылып, үҙ эшен 16 ноябрҙә Ҡазанда тамамларға тейеш. Кисә беҙ Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала булдыҡ, бөгөн тестар Салауат, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында алына. Башҡортостанда биш ҡалала булырға тейешбеҙ. Быйыл акция сиктәрендә ике машина көнсығыштан көнбайышҡа табан һәм бер машина көнбайыштан беҙҙең ҡаршыға килә, - тип һөйләй Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ВИЧ-ҡа тест: Экспедиция 2020” команда-һының менеджеры Александр Воронов.
Уның һүҙҙәре буйынса, команда Башҡортостанға тиклем 208 тораҡ пунктта булған. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләр тикшерелеүгә килгән. Тест аноним рәүештә алына, кеше теләмәһә, уның хаҡында бер мәғлүмәт тә теркәлмәй. Әгәр кешелә ВИЧ-инфекция асыҡлана икән, уға мотлаҡ иҫәпкә торорға, лаборатор шарттарҙа тикшерелеү уҙырға һәм дауалана башларға кәрәклеге аңлатыла. Әйткәндәй, дауаланыу бушлай, сөнки был маҡсатҡа дәүләттән аҡса бүленә.
- Хәҙер ВИЧ-ты үлемгә алып барыусы сир тип ҡабул итергә кәрәкмәй, уның менән кеше ниндәйҙер хроник ауырыу менән йәшәгән кеүек оҙаҡ йылдар тормош көтә ала. Иң мөһиме – инфекцияны ваҡытында асыҡлау һәм проблеманы йәшермәү, ә уны хәл итеү, йәғни дауаланыу, кәрәкле процедуралар менән организмды тейешле кимәлдә тотоу, шул саҡта кешенең ҡартайғансы йәшәү мөмкинлеге бар. ВИЧ-инфекциялы кешеләр араһында һау кешеләр менән ғаиләләр ҡороп, сәләмәт балалар табып, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтереп донъя көткәндәр ҙә күп. Әлбиттә, тормоштары үҙгәрәсәк, дауахана юлын күберәк тапарға, үҙҙәренең һаулығы тураһында даими хәстәрлек күрергә тура киләсәк, шулай ҙа уларҙың да оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереү мөмкинлектәре бар, - ти экспедиция командаһы вәкиле.
Тест үтеү өсөн ни бары 15 минут тирәһе ваҡыт талап ителде. Был ваҡыт эсендә тикшерелеүсенең төкөрөгөнән анализ алына, бригадала белгестәре ВИЧ, СПИД, уларҙы йоҡтороуҙан һаҡланыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләй.
- Быйыл иң күләмле акция бара. Әле уның тамамланыусы этабы. Әлбиттә, эпидемиологик хәл үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр килә, үҙенең һаулыҡтары хаҡында белә. Тест үтеү ҡатмарлы түгел, төкөрөктән анализ алына һәм 10-15 минуттан һөҙөмтә әҙер. Әгәр кеше сирләмәй икән, беҙ уларҙы артабан да шулай сәләмәт тормош рәүеше алып барырға өндәйбеҙ, ә ауырыу барлығы асыҡланһа, уға нимә эшләргә кәрәклеген аңлатабыҙ һәм ВИЧ-инфекция үлемесле түгел икәнлеген, уның менән дә йәшәп булыуын аңына һеңдерергә тырышабыҙ, - ти ВИЧ-экспедицияның психолог-консультанты Дарья Краснова.
Был көндө тест үтеүселәр араһында йәштәр, бигерәк тә студенттар күп булды. Уларҙың береһе, Салауат механика-төҙөлөш колледжы студенты Ислам был акцияға етди ҡараған.
- Донъяла ниндәй хәлдәр булмай, тикшерелеү зарур. Үҙеңдең һаулығыңды хәстәрләүҙең бер юлы был, - тип иҫәпләй йәш кеше.
Акция беҙҙең ҡалала көндөҙгө 12-нән киске 6-ға тиклем дауам итте. Экспедиция эшен тамамлағандан һуң, ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауатта барлығы 74 кеше тест үткән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең ВИЧ-инфекцияға анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.
Читайте нас: