Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ҡуйған ҡарарға ярашлы, бөтә Рәсәй буйынса мотлаҡ битлек режи-мы индерелә. Хәҙер йәмәғәт транспортында, таксиҙа, парковкала, лифтта, магазин-дарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөү тыйыла. Бының өсөн штрафтар ҡаралған. Төбәк Башлығы шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы саралар указына үҙгәрештәр индерҙе һәм уларға ярашлы, битлек режимының үтәлеше көсәйтелә, рейдтар даими уҙғарылып торасаҡ.
- Беҙҙең төп маҡсат – битлек кейеп йөрөү мөһим, мотлаҡ икәнен еткереү, - ти ҡала хакимиәтенең административ комиссия вәкилдәре. – Был контроль көсәйтелә, сөнки талаптар ҙа ҡәтғиләштерелә. Бөгөн беҙ сауҙа нөктәләрендә, йәмәғәт транспортында, парк һәм аллеяларҙа тикшереү уҙғарабыҙ. Кисен күңел асыу урындарында, кафе һәм рес-торандарҙа рейдтар үтәсәк.
Паркта кеше күп: берәүҙәр саф һауала йәйәүләп йөрөргә сыҡҡан, икенселәр балаларын майҙансыҡҡа уйнарға алып килгән, өсөнсөләр тейендәрҙе ҡарай. Шунда уҡ күҙгә салынғаны: олораҡ йәштәге салауаттар шәхси һаҡланыу сараларын кейеп йөрөү талабына етди ҡарай, уларҙың һәр береһе битлектә, бирсәткәлә. Ә йәштәр иһә, асыҡ һауала хәүефһеҙ тип иҫәпләп күрәһең, битлектәрҙе сискән. Тикшереүсе комиссия ағзалары улар янына килеп, ихтирамлы ғына итеп иҫкәр-теү һөйләшеүе алып барып, битектәрҙе кейеүҙәрен һо-рағас, улар ҙа бер ниндәй дәғүәһеҙ кеҫәләренән битлек-тәрен ала һалып кейҙе. Тимәк, күпселек кешелә битлек кейеүҙең мөһим икәнен аңлау ҙа, яуаплылыҡ та бар.
- Мин һәр ваҡыт битлектә, фатирҙан сығыу менән уны кейәм һәм лифтта ла, тышта ла сисмәйем. Йөрөп ҡайтҡас, яҡшылап йыуам да, ике яҡтан үтекләйем, һуңынан яңынан кейеп сығып китәм. Битлек кеймәгән кешеләрҙе күрәм дә, улар вирустың ни тиклем етди ҡурҡыныс менән янауын аңламайҙар ахырыһы, тип уйлайым, ә бит сирләүсе кешеләр көндән-көн арта. Әммә минең ауырығым килмәй, шуға күрә битлек кейәм һәм башҡаларға ла шулай итергә кәңәш итәм, - ти паркта йөрөүсе Нина Волкова.
Килешмәй булмай, хаҡ һүҙҙәр.
Битлек режимының үтәлеше буйынса рейдтар дауам итәсәк.