Уның сиктәрендә республика ҡала һәм райондарында күкрәк биҙе яман шешен иҫкәртеүҙә медицина тикшереүҙәренең роленә арналған акциялар ойошторола. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һөт биҙҙәре яман шеше гүзәл заттарҙың онкология сирҙәренән үлеү осрағының төп өлөшөн алып тора. Йыл һайын донъяла 1 миллиондан ашыу күкрәк биҙе яман шеше барлыҡҡа килеү осрағы теркәлә. Ҡалала Республика көнөнә арналған сарала был мәсьәләгә айырым иғтибар бирелде. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновтың хәләл ефете Татьяна Миронова гүзәл заттарға тағы бер тапҡыр сәләмәтлекте һаҡларға һәм үҙең тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк икәнлекте иҫкә төшөрҙө, һәр ҡатынға ал таҫма һәм сәскә бүләк итеп, изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡала дауаханаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы диагностика үтергә һәм һөт биҙҙәрен тикшертергә саҡыра.
17, 24, 31 октябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының акушер-гинекологтары иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем һөт биҙҙәрен тикшерә. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Табип-онкологтарҙан һөт биҙҙәрен көн һайын эш көндәрендә көндөҙгө 2-нән киске 5-кә тиклем 2-се поликлиниканың 306-сы кабинетында тикшертергә була. Алдан яҙылыу өсөн телефондар: 38-60-50, 38-60-55.
Һөт биҙҙәренә УЗИ-ны 17, 24, 31 октябрҙә 1-се поликлиникала 309-сы кабинетта иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем үтергә мөмкин. 38-67-38 телефоны буйынса алдан яҙылыу мотлаҡ.
Маммография 17,24,31 октябрҙә 1-се поликлиникала 421-се кабинетта иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем уҙғарыла. 38-67-38 телефоны буйынса алдан яҙылырға.