Бөтә донъяның аҫтын-өҫкә килтергән коронавирус инфекцияһы ла тап кешенең тын юлдарын һәм үпкәһен тиҙ арала зарарлай. Тимәк, ошондай хәүефле осорҙа, бер генә флюорография кабинетының эше генә көсөргәнеште күтәрә алмай.
Күптәрҙең хәтерендәлер, ҡаланың 2-се поликлиникаһы янында флюорография кабинеты уңышлы эшләп килә ине. Әммә ул 2011 йылдан эшмәкәрлеген туҡтатты. Бөтә ҡала халҡы тикшеренеүҙе 1-се поликлиникалағы берҙән-бер флюорография кабинетында үтә башланы. Күптән түгел яҡшы хәбәр килде - кабинет ремонтланып, сафҡа индерелгән.
- 2019 йылда “Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу” маҡсатлы программаһы сиктәрендә был флюорография кабинеты 2,5 млн һумға капиталь ремонтланды. Эске яғы, фасады, ҡыйығы, инженер селтәрҙәре эшләнде, тәҙрә һәм ишектәр алыштырылды,автоматик янғын сигнализацияһы һәм янғын ваҡытында кешеләрҙе иҫкәртеү системаһы ҡуйылды. Ошо уҡ маҡсатлы программа сиктәрендә 7, 2 млн һумлыҡ аҙ дозалы һанлы флюорограф һатып алынды. Ремонт яһауға һәм яңы аппарат һатып алыуға бюджет аҡсаһы тотонолдо, - тип һөйләй ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров.
Был кабинет үҙ эшен башлаған да инде. Сменаһына 100-гә яҡын пациентты ҡабул итә. 1-се поликлиникала үҙҙәренең флюорография кабинеты булыу сәбәпле, ул, башлыса, 2-се поликлиникаға ҡараған кешеләр өсөн генә тәғәйенләнгән. Кабинет иртәнге 8-ҙән төшкө 2-гә тиклем эшләй.