Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Август 2020, 14:00

Өмөттәрҙе аҡлағыҙ, йәштәр!

Медицина өлкәһендә кадрҙар ҡытлығы беҙҙең ҡаланың ғына түгел, ә тотош республика проблемаһы. Уҡыуҙарын тамамлағас та, йәштәр ҙур ҡалаларға китергә, хеҙмәт эшмәкәрлектәрен шунда башларға тырыша.

Беҙҙең ҡалала йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн күп кенә эштәр башҡарыла: маҡсатлы йүнәлтмә бар, өҫтәмә матди ярҙам да күрһәтелә. Был йәштәр өсөн ярайһы ғына дәртләндереү сараһы булып тора. Күптән түгел Салауатҡа ун йәш белгес ҡайтты. Араларында участка терапевтары, реаниматолог-анестезиологтар, травматолог-ортопедтар, эндокринолог бар. Уларҙы үткән аҙна ҡала дауаханаһы үҙ сафтарына алды. Йәштәрҙе ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров сәләмләне.
- Ҙур, татыу ғаиләгә рәхим итегеҙ. Тап беҙҙең ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һайлауығыҙға бик шатмын. Бөгөн күҙҙәрегеҙҙә балҡыған сатҡыларҙы, маҡсатҡа ынты-лышығыҙҙы юғалтмауығыҙ-ҙы теләйем. Барығыҙҙың да үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булып китеренә ышанам. Салауат ҡалаһы дауаханаһы республи-калағы иң эре медицина ойош-маларының береһе булып һанала. Коллективта тәжрибә тупларлыҡ һөнәрмәндәр етерлек. Ниндәй генә һорауҙарығыҙ булһа ла, оялмағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр кем өсөн асыҡмын, - тине Илшат Иншар улы.
Баш табип шулай уҡ ҡалаға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү йәһәтенән артабан да эшләйәсәктәрен белдерҙе. Ул йәштәрҙең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да яуапһыҙ ҡалдырманы. Хеҙмәт юлын башларға йыйынған табиптарҙы торлаҡ, дауахана иҫәбенә квалификация күтәреү мәсьәләләре борсоно.
- Ҡуртымға алынған фатир хаҡын түләүҙә ярҙам итәбеҙ. Социаль торлаҡ та бар. Ә белемде камиллаштырыуға килгәндә, беҙ быға ҡуш ҡуллап ризабыҙ. Дауахана үҫеше өсөн ниндәйҙер технологиялар, алымдар индерергә теләйһегеҙ икән - рәхим итегеҙ, - тине Илшат Яппаров.
Һүҙ - йәштәргә
Эльза Зәңгәрәйева, 1-се поликлиника участка терапевы:
Читайте нас: