газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Август 2020, 11:40

Вакцина әҙер. Тик уны эшләтергәме, юҡмы?

Яҙҙан алып әлегә тиклем коронавирус темаһы көнүҙәк булып ҡалалыр. Сирлеләр һанының күп булыуы, ауырыуҙың ҙур тиҙлек менән таралыуы хафаға һала. Айырыуса өлкән йәштәгеләр хәүеф аҫтында. Шуға күрә лә улар өсөн сикләү саралары йомшартылмай. Белгестәр фекеренсә, был вирусҡа ҡаршы иң һөҙөмтәлеһе - вакцинация. 11 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәргән саҡта илдә донъялағы беренсе яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаны теркәү тураһында хәбәр итте.

Рәсәй Президенты мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә - ғалимдарға, табиптарға, инженерҙарға рәхмәт белдерҙе. Кәңәшмә барышында илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко был вакцинаның үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм хәүефһеҙлеген дәлилләгән препарат булыуын белдерҙе. Препаратты һынап ҡарауҙа 38 кеше ҡатнашҡан. Тикшереү уның хәүефһеҙлеген иҫбатлаған. Был кешеләрҙең бөтәһендә лә инфекцияға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килгән.
Тәүге прививканы яһатҡан ирекмәндәр араһында Рәсәй Президенты ҡыҙҙарының береһе лә булған. Был хаҡта Владимир Путин былай тип һөйләне:
- Мин был вакцинаның аденовирус векторҙары нигеҙендә яһалғанын беләм, ул яҡшыраҡ эшләй, ныҡлы, тотороҡло антиесемдәр иммунитетын барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙҙарымдың береһе был прививканы яһатты. Тәүге көндә температураһы 38 градусҡа күтәрелде, икенсе көндә 37 градус булды. Һәм шуның менән тамам. Икенсе энәнән температураһы бер аҙ күтәрелде һәм оҙаҡламай төштө. Әле үҙен яҡшы тоя,- тине Президент.
Хәбәр итеүебеҙсә, вакцинаны Гамалея үҙәге һәм “Биннофарм” компанияһы етештерәсәк, тәү сиратта уны табип һәм уҡытыусыларға яһаясаҡтар. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан бер нисә төбәктә вакцинациялау башланыуы мөмкин.
Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ был турала ниндәй фекерҙә икән? Прививканы эшләтергә улар әҙерме, юҡмы?
Миңлегөл Аҫылгәрәйева:
- Был прививканы эшләтмәйем. Уға ышанмайым, составы тураһында төрлө имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Вирустан башҡа саралар менән һаҡланырға ҡала инде әлегә.
Нәсимә Кулябина:
- Ышанам да, ышанмайым да был вакцинаға. Бер нәмәлә шигем шул тиклем ҙур: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шундай етди сирҙән вакцина әҙерләп буламы икән?
Флүрә Хәзиева:
- Бының өсөн тәүҙә үҙемдең дауалаусы табиптарым менән кәңәшләшергә кәрәк. Рөхсәт итһәләр, бик шатланып риза булыр инем. Сөнки йәш тә оло, вирус йоҡтороу ихтималлығы ла ҙур. Мөмкин булған саралар менән һаҡланырға, урамда бик йөрөмәҫкә тырышам, тиҙ генә икмәк менән һөткә генә сығып керәм. Иң ҡурҡҡаным – сир йоҡтороу, балаларымды, яҡындарымды хәүеф аҫтына ҡуйыу. Яҡшы беләм, улар яңғыҙымды өйҙә ҡалдырмаясаҡтар. Шуға мәкерле сирҙән һаҡланыу өсөн привика һалдыра алһам, яҡшы булыр ине.
Айгөл Рәмисова:
- Кеше араһында күп булырға тура килә. Шуға күрә прививканы ҡуйҙыртырмын, тип уйлайым. Сир бигерәк аяуһыҙ бит. Ауырығы килмәй, ғаиләмде, балаларымды ла ҡайғыртам.
Читайте нас: