газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июль 2020, 12:33

Яңы етәксегә – яңы өмөттәр

Белеүегеҙсә, июль башынан ҡала дауаханаһына яңы етәксе – Илшат Яппаров тәғәйенләнгәйне. Баш табип менән танышыу өсөн уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Илшат Яппаров 2008 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, 2009 йылдан Стәрлебаш район үҙәк дауаханаһында врач-интерн, һуңынан хирургия бүлексәһендә хирург, 2010 йылдан - эндоскопист булып эшләй. 2011 йылда медицина эше буйынса баш табип урынбаҫары итеп ҡуйыла. 2016 йылдан баш табип вазифаһына үрләтәләр.
- Илшат Иншар улы, Салауат ҡалаһы һеҙҙе нисек ҡабул итте? Тыныс мөхитте һәм саф һауаны ҡалалағы тормошҡа алыштырыуы ауыр булманымы?
- Ҡала йылы ҡаршы алды. Тәҡдимде ҡабул иткәндә был юлдың еңел булмаясағын яҡшы аңланым. Баштан башлағанға ҡарағанда, көйгә һалынған коллективта, әлбиттә, эшләүе күпкә еңелерәк. Әммә бында ла коллективтың тупланып эш итеүенә, киләсәктә ҡала дауаханаһын республикала алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн көс һаласағына ышанам. Бөтә проблемаларҙы бер юлы хәл итеп булмай, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, табип өсөн “тыныс тормош” тигән төшөнсә юҡ.
Читайте нас: