газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июль 2020, 12:28

Сифатлы ҡорамалдар - һаулыҡ нигеҙе

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ҡаланың медицина учреждениелары заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуын дауам итә.

- Был айҙа балалар поликлиникаһы яңы ҡорамалдар менән тулыланды. Унда аллерголог, теш һәм күҙ табиптары кабинеттары өсөн аппараттар ҡайтты. Әйтәйек, офтальмолог кабинеттарында күреү һәләтен тикшереүсе элекке ҡағыҙ таблицаларҙы автоматик билдәләр проекторҙары алмаштырҙы. Был прибор таблицаны экранға сығарып ҡына ҡалмай, ә тест һөҙөмтәләрен дә анализларға мөмкинлек бирә.
Медицина тикшереүе үтер өсөн хәҙер стоматология поликлиникаһына барырға кәрәкмәй. Бының өсөн балалар поликлиникаһына килеү ҙә етә. Кабинет тулыһынса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Хәҙер иһә медицина ҡорамалдарын үҙәк стерилләү бүлексәһенә алып барып йөрөргә түгел. Быны тулыһынса үҙҙәрендә эшләй алалар.
Аллергологтың кабинеты ҡанды биохимик тикшереү өсөн медицина микроскопы һәм ингаляциялар өсөн небулайзер һәм спирограф менән тулыланды. Педиатрия кабинеттарына йөрәк тибешен һәм ҡандың кислород менән туйындырылыуын билдәләүсе пульсоксиметрҙар, буй һәм ауырлыҡ-ты үлсәү өсөн дә яңы йыһаздар ҡайта-рылды, - тип һөйләй ҡала дауаханаһы баш табибының дауалау эше буйынса урынбаҫары Виталий Вахитов.
Яңы ҡорамалдар, яҡшы, әлбиттә. Әммә улар менән эшләргә яҡшы белгестәр ҙә кәрәк бит әле. Балалар аллергологының юҡлығына ата-әсәләр күптән зарлана ине.
- Аллерголог бар, пациенттарҙы ҡабул итә. Ә офтальмолог менән хәлдәр әлегә үҙгәрмәне, - ти ҡала дауаханаһының поликлиника бүлеге мөдире Татьяна Шептулина.
Йыл аҙағына тиклем балалар поликлиникаһының физиотерапия хеҙмәте өсөн яңы аппаратура һәм башҡа ҡорамалдар ҡайтарылыуы көтөлә. Проектҡа өлкәндәр поликлиникалары ла ингән.
- «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы, ҡаланың бөтә дауалау учреждениелары ла ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Күптән түгел хирургик инструменттар өсөн плазмалы стерилизатор алынды. Әлеге көндә аппарат урынлаштырылды һәм уңышлы эшләй. Күсмә һанлы рентген аппараты алдыҡ. Ул, башлыса, фильтрға һәм инфекцион госпиталгә ебәрелә. Госпиталгә күп функциялы карауаттар ҙа алынғайны. Хәйриәлек ярҙамында йәшәү өсөн кәрәкле мөһим тын алыу функцияларын күҙәтеүсе алты монитор алынды, - тип һүҙен йомғаҡланы Виталий Вахитов.
Читайте нас: