газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июль 2020, 11:15

Беҙ кешене дауаларға тейеш

Светлана Миңлебаева - Салауат ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһына яңы килгән кеше, күптән түгел ул баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан табип бергә эшләгән коллективына рәхмәт белдерә.

- Салауат ҡала дауахана-һының берҙәм коллективы яңы идея-пландар менән аныҡ һөҙөмтәгә ирешеү өсөн барыһын да эшләй.
Салауатта дауахана сис-темаһының берҙәм үҙәге булдырылды. Медицина учреждениелары төрлө бинала урынлашыуы, һәр коллективтың күп йыллыҡ традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре булыуы бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Унан тыш, ситтән килгән яңы табип етәксе коллектив менән ныҡлы танышып етмәгән. Шуға ла беҙ һәр хеҙмәткәр менән уртаҡ тел табырға тырышабыҙ, теләктәрен иҫәпкә алабыҙ. Беҙҙең бурыс - ҡала халҡын борсоған һорауҙарҙы хәл итеү.
Быйылдан, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн, яңы менеджмент сис-темаһына күсәбеҙ. Респуб-ликаның башҡа медицина учреждениелары кеүек Салауат ҡалаһы яҡшылар рәтендә булыуын теләйбеҙ, - ти Светлана Миңлебаева.
Уға етди бурыстар йөк-мәтелгән. Уның ҡарамағында балалар табыу йорто, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балалар поликлиникаһы һәм дауаханаһы.
- Эшем яуаплы һәм ҡатмарлы. Иғтибарлы, яғымлы, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта ҡаты ла булырға кәрәк. Нәҡ шундай табиптар эшләй бында. Гинекологтар секунд эсендә етди ҡарар ҡабул итергә, әсә һәм бала ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә бурыслы. Балалар табыу йорто коллективында бик яуаплы һәм квалификациялы белгестәр булыуы менән һоҡланам, - ти хеҙмәттәштәре тураһында Светлана Әхәт ҡыҙы. - Айырыуса экспертиза кабинеты мөдире, медицина фәндәре кандидаты Леонид Фридманды билдәләп үт-мәйенсә булмай. Ул юғары класлы белгес. Уның профес-сионализмын һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуын коллегалары юғары баһалай.
Йөклөлөк патологияһы бүлексәһе мөдире Елена Рәхмәтуллина, реанимация бүлексәһе мөдире Лилиә Хәсәнова, гинекология бүлеге мөдире Оксана Дзигора, патология менән тыуған балалар бүлеге мөдире Свет-лана Әхмәтдинова, неанатолог Ләйсән Дәүләтшинаның юғары тәжрибәһен билдәләп үтергә кәрәк.
- Бөтә дуҫ коллективҡа ҙур рәхмәт, - ти ғорурлыҡ менән Светлана Әхәт ҡыҙы.
Балалар дауаханаһында эшләүсе табиптарҙы ла тик яҡшы яҡтан ғына баһалай ул.
- Балалар реаниматологы һәр пациенттың ғүмере өсөн бөтәһен дә эшләргә, өмөтһөҙ хәлдәрҙә лә кескәйҙәрҙе аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө хәлдәр була. Реанимация бүлеге мөдире Әлфиә Әбүбәкероваға эше өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Ул ауыр ауырыуҙарға ла йәшәргә мөмкинлек биреү өсөн бөтә көсөн һала. Балалар дауаханаһы коллективының ҙур татыу ғаилә булып эшләүе - ул хирургия бүлеге мөдире Фәнилә Вәлишина, педиатрия бүлеге мөдире Нәфисә Әюпованың ҡаҙанышы.
Светлана Миңлебаева алып барған мөһим объект - балалар поликлиникаһы. Күптән түгел бинаға капиталь ремонт үтте. Хәҙер бында ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барыһы ла бар.
- Эштең һөҙөмтәле ойошторолоуы бүлек мөдире Татьяна Шептулинаның тырышлығы. Табип менән шәфҡәт туташы яңы тыуған балаларҙы көн һайын тикшерә. Бер айҙан йәшкә тиклем кескәйҙәргә айына бер тапҡыр тикшереү үткәрәләр. Табиптар - алмаштырғыһыҙ кешеләр. Пандемия ваҡытында ла йәнен, тәнен аямайса кешеләрҙе дауаларға бөтә көстәрен һалдылар. Дмитрий Артамоновҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре, ул ковид-госпиталде беренселәрҙән булып етәкләне. Госпиталь ашығыс шарттарҙа ла беҙҙең ярҙам күрһәтергә әҙерлекте күрһәтте. Табиптарҙың ғаи-ләләренә сабырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм, - ти урынбаҫар.
Светлана Миңлебаева үҙе етәкләгән коллективтың артабан да халыҡҡа лайыҡлы медицина ярҙамы күрһәтеренә ышана.
Читайте нас: