газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июль 2020, 15:30

Тырышып хеҙмәт итәм

Республиканың «Иң яҡшы ашығыс медицина ярҙамы врачы» исемен йөрөтөүсе Дмитрий Артамонов ҡала дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлеге мөдире. Ҡалала коронавирус эпидемияһына ҡаршы ойошторолған госпиталдә эшләүсе беренсе төркөмдө ул етәкләне. Һөнәри байрамдары алдынан уның менән осрашып һөйләшергә мөмкинселек булманы, сөнки госпиталдә бишенсе сменала эшләй. Шуға күрә интернет-ресурс аша онлайн интервью үткәрҙек.

- Табип һөнәрме, әллә булмышмы?
- 11-се класты тамамлағас, медицина университетына уҡырға инә алманым. Салауат-тағы медицина колледжын ҡыҙыл диплом менән тамамлап, бер йыл Мораҡ район дауаханаһында медбрат булып эшләгәс кенә, Башҡорт дәүләт медицина университетына педиатрия факультетына уҡырға индем. Һөнәр һәм булмыш - был ике төшөнсәне айырып булмайҙыр.
- Ни өсөн ашығыс ярҙам йүнәлешен һайланығыҙ?
- Колледжда уҡыған саҡта НТВ каналында «Ашығыс ярҙам» сериалын ҡарай торғайным, шул саҡта ошо һөнәр күңелемә ятты. Медуниверситетта уҡығанда Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау системаһы башҡа илдәрҙекенән айырылғанын аңланым, реаниматолог булып эшләргә планлаштырҙым. Ә мин уҡып бөткән саҡта Салауатта балалар реаниматологы кәрәкмәй булып сыҡты. Икенсе йүнәлеш һайларға тура килде. Ашығыс ярҙам хеҙмәтенә интерн булып килгәнемә бер ҙә үкенмәйем. Һөнәр алмаштырыу тураһында уйлаған саҡтарым булды. Бигерәк тә кис эштән ҡайтып иртән торғанда арығанлыҡ ныҡ һиҙелә. Әммә, ашығыс ярҙам күрһәтеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға тырышаһың, шул саҡта ысынлап та дөрөҫ юл һайлағанымды аңлайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡытта ла ярҙам күрһәтеп булмай. Кеше ғүмерлеккә килмәгән донъяға.
- Ни өсөн һеҙ Салауатта беренсе булып ковид сиренә ҡаршы төркөмдө етәкләнегеҙ?
- 22 апрелдә ковид-госпиталдең беренсе сменаһын мин етәкләнем. Шул көндө иртән миңә госпиталь асылыуы һәм уны мин етәкләүем тураһында хәбәр иттеләр. Ни өсөн мин, тип һораным. «Ә кем тағы?» тигән яуап ишеттем. 13 кешенән торған беренсе бригада ун өс көн эшләне.
- Коронавирус - был айырым вирусмы, ҡабул иткән саралар аҡландымы, әллә медиктар ниндәй ауырыу менән осрашҡанын аңлаһын өсөн бирелгән ваҡыт аҙмы?
- Әле һаман аныҡ, мәғәнәле фекер юҡ. Ауырыу барлыҡҡа килгәндән аҙ ваҡыт үтте. Төрлө мәғлүмәт, теориялар бар. Әммә был ғына аҙ. Изоляция, ҡаты саралар индерелмәһә, ауырыуҙар күберәк булыр ине, бәлки. Күптәр вирусҡа ышанмай. Минеңсә, бер нисә йылдан ғына аныҡ мәғлүмәт, дөрөҫ сығанаҡтарға ҡарап һығымта яһарға булыр.
- Салауат коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә әҙерме? Шәфҡәт туташтары, табиптар етерлекме?
- Табиптар, шәфҡәт туташтары һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Пациенттарҙы дауалауҙың методик тәҡдимдәре Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан көн һайын үҙгәреп тора. Беренсе урында рәсми мәғлүмәт сығанағы - Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тора. Пациенттарҙы дауалауҙа ниндәйҙер стандарттар юҡ. Пациенттарҙа ауырыу бер төрлө үтмәй. Теге йә был осраҡта табиптар менән кәңәшләшеп ҡарар ҡабул итәбеҙ.
- Пациенттар табиптарға ҡамасаулағаны бармы?
- Әлбиттә булғылай. Ни эшләп күршемә система бирәһегеҙ, ә мине дауаламайһығыҙ тиеүселәр бар. Оҙаҡ аңлатырға тура килә. Көн һайын пациенттар менән аралашам, аңлатыу эштәре алып барам.
- Белеүебеҙсә, эшегеҙ ауыр, ҡайҙан көс алаһығыҙ?
- Ғаиләм ярҙам итә, бөтә башланғыстарымды ҡатыным хуплап ҡабул итә.
- Өйҙә ғаилә ағзаларын, туғандарын дауалаусы табип булыуы яҡшымы?
- Әйтә алмайым. Яҡын кешеңә ярҙам күрһәткән ваҡытта аныҡ фекерләү булмауы арҡаһында хатаға килтереүе мөмкин. Һәр һөнәрҙең яҡшы һәм насар яҡтары бар.
- Һеҙ «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы табибы» конкурсының «Иң яҡшы ашығыс медицина ярҙамы врачы» номинация-һында еңеүсе булыуығыҙға нисек ҡарайһығыҙ?
- Әлбиттә, ғорурлыҡ менән. Минең хеҙмәтемә баһалыр, моғайын. Салауат ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт итәм.
#cпасибоврачам
Читайте нас: