Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июль 2020, 15:31

Шәфҡәт туташтары - һаулыҡ һаҡлауҙа мөһим звено

Салауат ҡалаһында тыуып үҫеп, 2004 йылда медицина училищеһын тамамлаған Анастасия Синева ҡаланың 1-се хирургия бүлегенә шәфҡәт туташы булып урынлаша. 15 йыл стажы булған өлкән шәфҡәт туташы һайлаған

- Ни өсөн һеҙ тормошоғоҙҙо медицина менән бәйләнегеҙ?
- Был яҙмыш ҡушыуылыр. 2004 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлағас, хирургия бүлегенә постағы шәфҡәт туташы итеп эшкә алдылар. Һуңынан, процедура кабинетына күсерҙеләр, ә 2017 йылда өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләнеләр.
- Эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?
- Минең бурыс - беҙҙең бүлектәге пациенттар ваҡытында бөтә яҡлап та ярҙам алһын өсөн барыһын да эшләү.
- Тәүге тапҡыр эшкә килгәс бүлек хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
- Медицина училищеһында башланғыс белем бирелә, ә тәжрибә туплау өсөн практик эш мөһим. Ауыр, ҡурҡыныс булһа ла, эшләр кәрәк. Мин - хирургия шәфҡәт туташы. Ҡатмарлы булһа ла башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым.
- Хирургия бүлеге шәфҡәт туташы хеҙмәтендә иң ауыры нимә?
- Беҙҙең эш сәғәт механизмы кеүек яйға һалынған. Аҡ халатлы ҡыҙҙар мөһим һәм яуаплы эш башҡара. Сирлеләр ауыр, ҡатмарлы операциялар аша үтә. Шәфҡәт туташтары артабан уларҙың һауығыуында мөһим роль уйнай. Операция ваҡытында хирургтың төп ярҙамсыһы улар.
- Тимәк, шәфҡәт туташы - универсаль хеҙмәткәр?
- Эйе. Шәфҡәт туташтары бер-береһен алмаштыра ала. Уларҙың хеҙмәте бик ауыр, табип ҡушҡанын үтәй, ауырыу тикшереү үткәндә лә янында, һүҙ менән дә ярҙам итә.
- Шәфҡәт туташтары квалификацияларын йыш күтәрәме?
- Биш йыл һайын. Белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе камиллаштырыу, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөһим.
- Пациенттар һеҙгә нисек ҡарай?
- Палата шәфҡәт туташы булып эшләгән саҡта бер осраҡ булды. Ауыр эш көнөнән һуң, йорт янындағы бер магазинға керҙем. Сиратта торған йәш кеше миңә әйләнеп ҡарай ҙа ҡарай. Һуңынан: «Һаумыһығыҙ. Был мине дауалаусы шәфҡәт туташы», тине бөтә магазинды яңғыратып. Беҙҙең өсөн иң мөһиме пациенттарҙың һау-сәләмәт булыуы, уларҙың ауыр мәлдәрендә яндарында булыусы кешене хәтерләүҙәре ҡыуаныс. Эшебеҙ, хәстәрлелегебеҙ өсөн йылы һүҙҙәр, рәхмәт әйтәләр.
- Хеҙмәтегеҙ ауыр, ә нисек ял итәһегеҙ?
- Эштән ҡайтҡас та пациенттар тураһында, уларҙың хәле тураһында уйланам. Шуға ла ял итеп булмай тиерлек. Хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ, эш өҫтәлә. Дауаханала берҙәм ғаилә кеүек эшләйбеҙ, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙамға килергә әҙербеҙ.
- Эштән тыш шөғөлөгөҙ бармы?
- Буш ваҡыт күп түгел. Балалар менән менән ҡала паркында ял итергә яратам, төрлө проблемалар тураһында онотоп торам. Китап уҡыу, яҡындарым өсөн аш-һыу әҙерләү яратҡан шөғөлдәрем.
- Һеҙҙең эшкә ғаиләгеҙ нисек ҡарай?
- Аңлап ҡабул итәләр. Эштән ҡайтҡас тә улар миңә ял итергә ваҡыт бирә, шунан һуң әкренләп көндәре нисек үтеүе тураһында аралашыу башлана.
- Әлеге пандемия ваҡытында һеҙҙең бүлектә эш нисек ҡоролған?
- Беҙҙең бүлектә әле 18 шәфҡәт туташы эшләй. Улар пациенттарға хирургиянан тыш, неврология, терапия, кардиология буйынса ла ярҙам күрһәтә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттарға ярҙам күрһәтеп, йыш ҡына үҙ һаулығы тураһында онота. Шуға күрә, бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм тыныс күк йөҙө теләйем.
#cпасибоврачам
Читайте нас: