газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июль 2020, 15:36

Ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем

1990 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер булып эшләгән Марина Деревяшкина ошо һөнәрҙе һайлағанына бер ҙә үкенмәй.

1988 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлап, Өфө ҡалаһының көнбайышында урынлашҡан поликлиникала эш башлай. Ә 1990 йылда ғаиләһе менән Салауат ҡалаһына күсәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына эшкә урынлаша һәм әле лә шунда хеҙмәт итә. Марина Николаевнаның әсәһе Федоровка районы Покровка ауылында медицина пунктында эшләй. Шуға ла унда медицинаға һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә.
- Башҡа һөнәрҙе һайлау тураһында уй башыма кереп тә сыҡманы. Үҙ эшемде яратам. Пациенттар менән аралашыу, төрлө документтар тултырыу - барыһы ла оҡшай, - тип һөйләй Марина Деревяшкина. - Минең хеҙмәт стажым 32 йыл, шуның 30-ы ошо ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында үтте. Ҡатмарлы осраҡтар ҙа була. Беҙгә сетерек-ле мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тура килә.
Коллектив берҙәм, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләгән барлыҡ акушерҙар үҙ эшенең профессионалы, тип билдәләй Марина Деревяшкина.
- Дуҫ, яҡшы коллектив тупланған. Үҙ эшен яҡшы белгән, стаждары 30 йылдан ашыу булған тәжрибәле акушерҙар эшләй. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа беҙҙең акушерҙар табиптар етмәгәндә, уларҙың вазифаһын лайыҡлы үтәне. Пациенттар ағымы ҙур, уларҙа төрлө ауырыуҙар бар, бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта электрон яҙылыу буйынса, көнөнә 20-25 пациент ҡабул итәбеҙ, - ти акушер.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы хеҙмәткәрҙәре 5 йыл һайын Өфөлә квалификацияһын күтәрә, яңы категория, сертификат ала.
- Компьютерлаштырыу осоронда документ, отчет күберәк булһа ла, пациенттар менән эш шул уҡ. Был артабанғы хеҙмәт үҫешенә, пациенттарҙы һау-сәләмәт, бәхетле итеүгә стимул өҫтәй, - ти Марина Деревяшкина.
#спасибоврачам
Читайте нас: