газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2020, 14:25

Тәжрибәле доктор, үҙенсәлекле табип

Бала тыуыуы - һәр ваҡытта ла яуаплы һәм тулҡынландырғыс. Ҡайһы ваҡытта ауырлы ҡатындар паникаға бирелеп китеүе лә мөмкин, әммә яндарында тынысландырыусы һәм ярҙамға килергә әҙер торған врачтар булғанда, улар барыһы ла яҡшы буласағына ышана. Баланың яҡты донъяға килеүен ҡаршылаусы мотлаҡ табиптар командаһында анестезиолог та бар. Берәй ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, кесарев киҫеме яһарға тура киләсәк. Бала табыу йортонда айырым анестезиология-реанимация бүлегенең булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бында үтә ҡатмарлы бала табыу осраҡтары хәл ителә, әҙ тартҡан, ваҡытынан алда тыуған, һау булмаған балаларҙы ҡарауға ла мөмкинлек бирә.

Лилиә Хәсәнова Салауат балалар табыу йортоноң иң тәжрибәле һәм оҙаҡ эшләүсе хеҙмәткәрҙәренең береһе. Беҙҙең ҡаланың 7-се мәктәбен тамамлағандан һуң медицина училищеһында уҡый. 3 йыл эшләп алғандан һуң, институтҡа уҡырға инә. Һуңынан, 1995 йылда тыуған ҡалаһына ҡайта һәм бала табыу йортонда эшләй башлай һәм бөгөнгәсә ошонда яратҡан һөнәренә хеҙмәт итә.
- Бында беҙ ике ғүмер - әсәй һәм бала өсөн яуап бирәбеҙ. Әсә кеше үҙенең балаһы менән һау һәм бәхетле көйө өйөнә ҡайтып китһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - ти анестезиология-реанимация бүлеге мөдире.
Лилиә Сәйфулла ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар бала тапҡан процедураларҙа, кесарев киҫеме һәм гинекология буйынса операцияларҙа ҡатнаша.
- Бына бөгөн ике кесарев киҫеме операцияһы, бер бәләкәй һәм ҙур операциялар үткәрҙек, бынан тыш, аборттар булды, - тип һөйләй үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте хаҡында табип.
Ул үҙе эшләй башлағанда остаз булған һәм күп йылдар иңде-иңгә терәк хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәрен яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Михаил Кузнецов, Ғәлим Сәйҙәшев, Азат Ниғмәтуллин, Василий Егоров, Тамара Блохина, Елизавета Ткаченко һәм башҡа белгестәр һәр ваҡыт терәк була.
- Бөгөн дә мин бик яҡшы коллективта эшләйем, бында электән намыҫ менән хеҙмәт итеп килгәндәр күп, - ти табип. - Минең фекеремсә, беҙҙең реанимация иң яҡшыларҙан. Бында эшләүсе ҡыҙҙарҙың барыһы ла аҡыллы, тыныс, тәжрибәле һәм иң мөһиме изге күңеллеләр. Беҙҙә дауаланыусыларҙың береһе лә насар тәьҫораттар менән киткәне юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 16-18 тәүлек буйына аппарат менән тын алып, һушһыҙ ятҡан осраҡтары бар, ә беҙҙең медперсонал уларҙы йыуа, ашата, әйләндерә, яндарында өф итеп кенә тора, хатта әсә кеше аңында булмаһа ла, балаларын күкрәгенә һалып, уларҙың яҡынайыуына ярҙам итә.
Лилиә Сәйфулла ҡыҙы билдәләүенсә, ҡаланың барлыҡ анестезилог табиптары һәм башҡа белгестәр бер-береһенә һәр ваҡытта ярҙам итә. Тәүлектең ниндәй генә ваҡытында мөрәжәғәт итмә, ҡайҙа кәңәш бирәләр, ҡайҙа ярҙамға ла килеп етәләр, ти ул.
Лилиә Хәсәнова коллективында ҙур ихтирам яулаған кеше.
- Лилиә Сәйфулла ҡыҙы бик яҡшы белгес, үҙенең пациенттарына һәр саҡ яҡшы мөғәләмәлә, хатта уларҙы иң яҡын кешеләре кеүек күрә. Уның кеүек табиптарҙы эҙләп табырға кәрәк әле. Эш тип янып-көйөп хеҙмәт итеүсе кешеләрҙең береһе ул. Бына яңыраҡ врачтар етмәгәндә, реанимациялағы ҡатын-ҡыҙҙар менән бөтәһе лә һәйбәт булһын өсөн, ул көнө-төнө дауаханала дежур итте, - тип һөйләй коллегаһы хаҡында гинекология бүлеге мөдире Оксана Зигора.
- Мин эшкә килгәндә баланы кесарево киҫеме ярҙамында алыу осраҡтары һирәк кенә була торғайны. Бәлки йылына был процедура 180 тапҡыр үткәрелгәндер, ә бөгөн 500-600 осраҡ. Элек баланы ла күберәк табалар ине, тәүлегенә 8-10 тирәһе бала донъяға килә торғайны, ә хәҙер 3-4 генә. Сәбәбен белмәйем, әлбиттә, әммә беҙҙә бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға тағы ла килегеҙ, тип теләп ҡалабыҙ. Шулай уҡ буласаҡ әсәләр үҙҙәренең һаулығына һаҡсыл ҡарашта булһын, насар ғәҙәттәрен ташлаһын ине тием, сөнки был уларҙың балаһы һаулығында сағылыш таба, - ти Лилиә Хәсәнова.
Салауат балалар табыу йортона Күмертау, Мәләүез, Ишембай кеүек сит ерҙәрҙән дә бала табырға киләләр һәм, табип һүҙҙәре буйынса, барыһы ла яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтып китә. Сөнки беҙҙә табиптар, акушерҙар бик һәйбәт, ти бүлек мөдире.
- Мин үҙемдең ғаиләмә рәхмәтлемен, сөнки мин көнө-төнө эштә тиерлек. Ирем менән әсәйем улымды ҡарап үҫтерҙеләр тиерлек. Улым хәҙер инде Ҡазан федераль университетында белем алып йөрөй. Тормош иптәшем эштә минең дежур итеп ҡалыуҙарымды аңлап ҡабул итә, хатта төндә ашығыс саҡыртһалар ҙа, машинаһын ҡыҙҙырып, эшкә килтереп ҡуя. Мәҫәлән, май айында дауаханан сыҡмай тиерлек 25 тәүлек буйына эшләргә тура килде, - ти Лилиә ханым. - Мин барыһына ла һаулыҡ теләр инем. Олоғая килеү менән уның был донъяла кеше өсөн иң мөһиме икәнен аңлайһың. Һаулыҡ булмаһа бер нимә лә кәрәкмәй. Шулай уҡ тормоштоң ҡәҙерен белергә, уның һәр көнөнә шатланып йәшәргә кәрәк, ул шул тиклем ҡыҫҡа бит, дуҫтар, яҡындарығыҙ менән аралашығыҙ, балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Һәм, әлбиттә, яратҡан эшегеҙ булһын, - тигән матур теләктәр теләп ҡалды анестезиология-реанимация бүлеге мөдире, БР-ҙың һаулыҡ һаулау отличнигы Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: