Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2020, 14:27

Һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ

Нәфисә Әйүпова ете йәшендә үк киләсәктә врач буласаҡмын тип хәл итә. Шуға күрә мәктәпте тамамлауға уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай. Ул ышаныслы рәүештә меди-цина институтына юл тота һәм иң изге эштәрҙең береһен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта Салауат бала-лар дауаханаһының соматик бүлеге мөдире булып эшләгән Нәфисә Басир ҡыҙы бына 25 йыл инде беҙҙең ҡала бәләкәстәренең һаулығы һағында.

- 1995 йылда мин Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамланым һәм юллама буйынса Салауат ҡалаһына килдем. Башта участка педиатры булып эшләй башланым, 1997 йылдан 17 йыл буйына балалар йортонда неонатолог булып хеҙмәт иттем. Минең ике һөнәр: табип-педиатр һәм табип-неонатолог. 2012 йылда балалар дауаханаһына яңы тыуған сабыйҙар патологияһы бүлегенә неонатолог булып килдем. 2019 йылда дауаханала ике бүлекте - педиатрия һәм яңы тыуған сабыйҙар патологияһын берлештәрҙеләр. Шул ваҡытта мине бүлек мөдире итеп ҡуйҙылар, - тип һөйләй Нәфисә Басыр ҡыҙы.
Был бүлек ҡала дауаханаһы системаһында иң ҙурҙарҙың береһе. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә бында 60-лап бала бронхиттан, пневмониянан, төрлө респиратор һәм башҡа сирҙәрҙән дауалана. Йәй осоронда, ғәҙәттә, хроник ауырыулы балалар дауаланыу курстары үтә.
- Бүлек күп профилле: яңы тыуған сабыйҙар, педиатрия койкалары бар, балалар ашҡаҙан-эсәк патологияларынан, кардио һм неврология сирҙәренән дауалана. Минең эшем бүлеккә килеүселәрҙе тәүге тапҡыр ҡарауҙан, врач-неонатолог булараҡ бүлектә ятҡан яңы тыуған сабыйҙарҙы дауалауҙан ғибәрәт. Бынан тыш, бүлектең эшен тәьмин итеү өсөн, дәғүәләр булмаһын, пациенттар дауаланыу менән ҡәнәғәт ҡалһын, ул барлыҡ стандарттарға яуап бирерлек булһын өсөн яуап бирәм, - ти мөдир.
Барыбыҙға билдәле булыуынса, ҡала балалар дауаханаһында капиталь ремонт үтте. Хәҙер бында тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Әммә медицина учреждениеһы эшен-дә мөһим күрһәткес булып һәр ваҡытта коллектив ҡала. Маҡсатлы, көйгә һалынған эш, врачтарҙың һәм шәфҡәт туташтарының юғары профессионализмы һәм бәләкәй пациенттарға ҡарата изгелекле мөғәләмәһе тик ихтирам уята.
- Беҙҙең коллектив тотороҡло, үҙенең традициялары бар. Шәфҡәт туташтары тәжрибәле, күптәре медицина училищеһын тамамлағандан һуң килеп, эшкә урынлашҡандан бирле оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Бар хеҙмәткәрҙәр ҙә яуаплы, ышаныслы. Коллектив менән бик ҡәнәғәтмен, - ти әңгәмәсебеҙ.
Һәр кеше үҙенең тәбиғәтенә тап килгән һөнәрҙе һайларға тейеш. Шул саҡта ул үҙ эшен яратасаҡ, шунда ул бөтә көсөн, белемен биреп хеҙмәт итәсәк.
- Врач булыу теләге, моғайын, алдан уйланылған булырға тейештер, ә 11-се класты тамамлағанда түгел. Врач булыуға ата-әсәнең йәки яҡындарыңдың медик булыуы булышлыҡ итеүе мөмкин, минең, мәҫәлән, апайым - врач. Мин бәләкәй ваҡытта уҡ врач булырға тип хыялландым һәм башҡа төрлө һөнәрҙе үҙләштереү мөмкинлеге башҡа ла инеп сыҡманы. Институтҡа ингәс тәүҙә дауалау факультетын һайларға уйлағайным, ата-әсәйем миңә балалар табибы булыуға йүнәлеш бирҙе. Минең уйымса, был минең яҙмышымда хәл иткес ҡарар булғандыр. Мин уҡыған ваҡытта ашығыс ярҙамда ла, травмотология пунктында ла эшләп йөрөнөм, ә хәҙер балалар менән эшләү ни тиклем оҡшауын яҡшы аңлайым.
- Ғаиләгеҙ эшегеҙҙең күп ваҡытығыҙҙы алыуын аңлаймы һуң?
- Тормош иптәшем менән оҙағыраҡ йәшәгән һайын ул мине нығыраҡ аңлай. Элегерәк бик үк төшөнөп бөтмәй ине. Хәҙер инде минең төнгө сменаларҙа булыуымды, эштән тыш ваҡытта ла саҡыртырға мөмкин булыуҙарын аңлап ҡабул итә.
Әйткәндәй, Нәфисә Басыр ҡыҙы тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Береһе - 17, икенсеһе 11 йәштә.
Үҙҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан бүлек мөдире берҙәм һәм тырыш коллективына рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
- Мин шундай дуҫ, ышаныслы коллек-тивта эшләүем менән бик бәхетлемен. Бын-да медперсоналдың һәр кеме тәжрибәле, белемле. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм күп йылдар иңде-иңгә терәп уңышлы эшләүебеҙҙе теләр инем, - ти Нәфисә Әйүпова.
Читайте нас: