газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2020, 14:23

«Үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым»

Роза Алексеева ҡала дауаханаһының инфекция бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, табип-инфекционист булып 45 йыл эшләй. Ул етәкләгән бүлек беҙҙең ҡалала беренселәрҙән булып короновирус инфекцияһы менән осраша.

Роза Алексеева менән яҙмыш мине беренсе тапҡыр ғына осраштырмай. Ҡыҙым бәләкәй саҡта гепатит йоҡтороп, ауыр хәлдә Роза Зариф ҡыҙы бүлегенә эләктек. Яңы йыл байрамы осоро булыуына ҡарамаҫтан, табип ауырыған ҡыҙымды аяҡҡа баҫтырҙы.
Иҫ киткес табип менән икенсе тапҡыр оло йәштә булған әсәйемде дауалағанда осраштыҡ. Роза Зариф ҡыҙы ауырыуҙы еңергә ярҙам итте. Ул оло кеше менән һөйләшә лә, уны тынысландыра ла белә.
Социаль селтәрҙәрҙә Роза Алексеева һәм ул етәкләгән коллективҡа тик рәхмәт һүҙҙәре белдерәләр. Моғайын, бының сәбәбе - уның тормош юлын дөрөҫ һайлап, үҙ һөнәренә тоғро булыуындалыр.
- 16-17 йәштәр тирәһендә табип булырға ҡарар иттем, - ти Роза Зариф ҡыҙы. - Сөнки минең өлкән апайым Рәйсә ошо һөнәрҙе һайлағайны.
Стәрлетамаҡта тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлағас, ул Өфө медицина институтына уҡырға инә. Уҡый башлағас та студент-медик эпидемия менән осраша. 70-се йылдар башында илебеҙҙә холера ҡотора. Өфөлә ауырыу осраҡтары бик һирәк булһа ла, студенттар өй буйынса йөрөй. Әммә ул йылдарҙа Роза Зариф ҡыҙы инфекционист булыуы тураһында уйламай. Салауат ҡалаһына педиатр булараҡ интернатура үтергә килә. Беҙҙең ҡалаға уның тормош иптәше Владимирҙы табип итеп эшләргә ебәрәләр, һөҙөмтәлә Роза Алексеева ла бында йүнәлеш ала. Бер йыл да үтмәй, уны инфекция бүлегенә күсерәләр.
Шул замандан бирле 45 йыл үтә. Был йылдарҙа ҙур тәжрибә туплай табип.
- Миңә төрлө инфекциялар менән осрашырға тура килә. Ҡорһаҡ тифы, менингит, эсәк инфекцияһы, гепатит, ботулизм, талпан энцифалиты һ.б. Шулай уҡ ВИЧ менән ауырыусылар менән дә эшләйем. Столбняк, чума, холера ауырыуҙары менән осрашҡаным булманы. Әлеге ваҡытта коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалайбыҙ.
- Инфекция менән ғүмер буйы эшләргә ҡурҡмайһығыҙмы? - тип һорайым. - Үҙегеҙ йоҡторһағыҙ?
- Инфекционистар - һаҡ халыҡ - тип йылмая ул. - Барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә, шәхсән һаҡланыу саралары бар. Үҙ эшебеҙҙе яратабыҙ.
Әлбиттә, табип менән инфекция бүлеге торошо тураһында ла һөйләшеү булды.
- Моғайын, иҫке бина урынына заманса, яҡшы йыһазландырылған дауахана кәрәктер? - тип һорайым.
- Әлбиттә, кем быны теләмәй. Тик, миңә бөгөнгө һәм иҫке бина булғаны ла оҡшай, сөнки ул бик функциональ. Ҡасандыр республиканың инфекция хеҙмәтен дөйөм тикшереү ваҡытында нәҡ беҙҙең дауахананың функционаллеген билдәләнеләр.
- Был нимәнән ғибәрәт?
- Беҙҙең бүлек 4 үҙ аллы бүлексәнән тора. Теләһә ҡайһы ваҡытта беҙ бер бүлексәне ябыҡ режимға күсерә алабыҙ. Уларҙың айырым урамға сығыу урындары бар. Ҡәҙимге тормошта был етә, пандемия шарттарында күберәк булһа яҡшыраҡ, әлбиттә.
Ҡыйыҡ ремонтланды, яҡын арала бинаны ла ремонтларға вәғәҙәләнеләр, тип өҫтәне Роза Алексеева.
- Салауат халҡын ҡурҡыныс инфекцияларҙан һаҡлау өсөн артабан да эшләйәсәкбеҙ.
Үҙ һөнәрен ярата, эшен дауам итә, йәш быуында табип һөнәренә һөйөү тәрбиәләй. Валерий улы ла табип, Өфөлә реаниматолог булып эшләй.
- Бәлки 10-сы классты та-мамлаған ейәнсәрем дә медицинаны һайлар, - тип хыяллана Роза Зариф ҡыҙы.
Династия дауам итһен тип теләргә генә ҡала.
Читайте нас: