газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2020, 14:29

«Һеҙҙең балағыҙ буласаҡ!»

Һаумы сабый! Был донъяға һин ниндәй булып киләһең? Cәләмәтме һин? Бәлки һиңә үҫешеү өсөн ашығыс медицина ярҙамы кәрәктер? Был турала буласаҡ әсәгә район-ара перинаталь диагностика кабинеты табибы Минзилә Әхмәтшина яуап бирәсәк.

Ауырға ҡалыуҙың тәүге стадияһында баланың һаулығында етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау мөһим. 2012 йылдан Минзилә Әхмәтшина тыуасаҡ баланың етешһеҙлектәрен иртә стадияла асыҡлау программаһы буйынса әүҙем эшләүсе. Ул үҙенең табип практикаһын акушер-гинеколог булып башлай. Өфө медицина институтын тамамлағас ул бер нисә йыл Ишембай районында хеҙмәт итә, һуңынан «Акушерлыҡ һәм гинекология» буйынса ординатураны тамамлап, Ишембай ҡалаһында эшен дауам итә. 1995 йылда тормош иптәше менән Салауат ҡалаһына күсеп, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында һөнәрен дауам итә. Ә 2003 йылда 4 айлыҡ әҙерләү курсын тамамлап, ультратауышлы диагностикаһы белгесе була.
2012 йылда Салауатта ҡатын-ҡыҙҙар консульта-цияһы базаһында район-ара әсә ҡарынында бала үҫеше етешһеҙлектәрен диагностикалау кабинеты асыла. Минзилә Әхмәтшина ошо кабинетта эшләй башлай. Уның эшенең маҡсаты - әсә ҡарынында сабыйҙың үҫешен тикшереү, ваҡытында ярҙам күрһәтеү.
- Беҙ ауырға ҡалған ҡатын-ҡыҙға өс тапҡыр скрининг үткәрәбеҙ, 11-13, 18-21 һәм 30-34 аҙна ваҡытында, - тип һөйләй Минзилә Әхмәтшина. - Һәр стадияла сабыйҙарҙың патологияһы бармы-юҡмы, нисек үҫешеүен күҙәтәбеҙ. Әгәр ҙә нимәлер асыҡланһа, Өфөләге медик-генетик үҙәгенә төплөрәк тикшеренеү өсөн йүнәлтмә бирәбеҙ.
Минзилә Морат ҡыҙы әйтеүенсә, беренсе тапҡыр үткәрелгән ультратауышлы диагностика ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Шуға күрәбелгестәр яуаплы һәм профессионал булырға тейеш.
- Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында даими һөнәр үҫтереү курстары үтәбеҙ. Яҡты донъяға тыуасаҡ баланың һаулығы яуаплы һәм белемле табиптарҙан тора.
Минзилә Морат ҡыҙы үҙ һөнәрен ярата. Ҡайһы ваҡытта уға психолог ролендә сығыш яһарға тура килә. Ауырға ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға әле тыумаған сабыйының һаулығы тураһында насар хәбәр еткереүе еңелдән түгел.
Минзилә Морат ҡыҙының ҡустыһы Иншар ҙа табип - теш врачы, ә ҡыҙы Диана кардиолог булып Санкт-Петербург ҡалаһында эшләй. Минзилә Әхмәтшина көн һайын УЗИ үтергә килгән һәр йөклө ҡатындың балаһы донъяға һау-сәләмәт һәм бәхетле тыуһын тигән теләктә. Ошо өмөтө уға уңышлы һөнәр эйәһе булырға ярҙам итә.
Читайте нас: