Ҡала башлығы әлеге ваҡытта төп профилактик сараларҙы күреү әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул тәү сиратта кеше күп булған урындарға йөрөүҙән мөмкин тиклем тыйылыу, йәмәғәт урындарын дезинфекциялау, сирле кеше асыҡланған осраҡта, уларҙы изоляциялау сараларын күреү хаҡында һүҙ алып барҙы. Беҙ был мәсьәләнең ни тиклем етди булыуын аңларға тейеш һәм уның таралыуы кешенең үҙаңына, яуаплығына бәйле булыуын иҫтән сығармау мөһим, тине Динар Ғәли улы.
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге начальнигы Рәзилә Баһаутдинова иң башта сит илдәрҙә, Рәсәйҙә, Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл менән таныштырҙы. Ул беҙҙең республикала, шул иҫәптә Салауатта ла был сирҙең раҫланған осрағының теркәлмәүен билдәләп үтте. Башҡа һандарға туҡталып тормайбыҙ, сөнки кәңәшмә ваҡытында бирелгән һандар менән мәҡәлә сыҡҡан ваҡытҡа күрһәткестәр айырыласаҡ, коронавирусҡа бәйле хәл көн һайын үҙгәреп тора.
- Ҡытай, Иран, Италия, Испания, Франция, Германия кеүек сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандар күҙәтеү аҫтына алына. Улар хаҡында мәғлүмәт шунда уҡ урындағы Роспотребнадзор бүлегенә ебәрелә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ҡала дауаханаһына ошо кешене күҙәтеү аҫтына алырға кәрәклеге тураһында иҫкәрмә ебәрәбеҙ. Уларға ҡайтыу менән эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыла, улар эштән, уҡыуҙан бушатыла. Анализдар алына һәм тикшереүгә ебәрелә. Был процедура тағы ла 10 көндән һуң ҡабатлана. Ул кеше 14 көн буйына күҙәтеү аҫтында була, - ти Рәзилә Ғәләм ҡыҙы. - Бынан тыш, пневмания, йәки киҫкен респиратор сирҙәренең ауыр формаһы менән ауырыусылар ҙа ҡабаттан коронавирусҡа тикшерелә. Предприятиеларға, ойош-маларға, учреждение-ларға профилактик саралар күреү хаҡында иҫкәрмәләр ебәрелгән. Биналарҙа йы-йыштырыу эштәрен баш-ҡарғанда бактерияларҙы үлтереүсе генә түгел, вирусты юҡҡа сығарыусы дезинфекциялау саралары ҡулланыу тәҡдим ителә. Ошо маҡсаттан аутсорсинг компаниялары менән уҡытыу уҙғарыла.
Ҡала дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирек Баҡыев медицина өлкәһендә хәүефле сиргә ҡаршы тороу буйынса ниндәй саралар атҡарылыуы хаҡында һөйләне.
- Беҙҙең запаста вирусҡа ҡаршы 225 ҡап препарат, биш мең маска бар. 33 тын алдырыу аппараты эшләй. Беҙ коронавирусҡа шикле кешене дауаханаға килтереүсе айырым ашығыс медицина ярҙамы бригадаһын, уны ҡайҙа тикшереү, вирус асыҡланған осраҡта ҡайҙа дауалау урынын билдәләп ҡуйғанбыҙ. Ашығыс ярҙам бригадаһы тулыһынса тейешле кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Әгәр сиргә ниндәйҙер шик булһа, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәҫкә кәрәк, тик телефон аша шылтыратып, медиктарҙы саҡыртыу талап ителә. Ә беҙ бөтә сараларҙы үҙебеҙ башҡарасаҡбыҙ, - тине Ирек Баҡыев.
Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина белем биреү учреждениеларында уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре араһында аңлатыу эше алып барылыуы, учреждениеларҙың дезинфек-цияланыуы һәм башҡа профилактик саралар күрелеүе хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ киләһе дүшәмбенән башланасаҡ каникулдарҙың оҙайлы булыуы ихтималлағы ла күҙ уңында тотола.
Кәңәшмә һуңында халыҡ араһында паника тыуҙырырға ярамай, шул уҡ ваҡытта был көн үҙәгендә булған мәсьәләгә бөтә етдилек һәм яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк, тигән һығымта яһалды.
Коронавирусҡа бәйле хәл буйынса респуб-ликала “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолған.
Башҡортостандағы телефон: 8 347 279 91 20.
Шулай уҡ федераль номер ҙа эшләй: 8 800 2000 112 һандарын йыйып, коронавирус буйынса борсоған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Коронавирус, башҡа вирустар кеүек һауа аша кешенән кешегә күсә. Уны йоҡторған саҡта тын алыу һәм аш һеңдереү менән проблемалар башлана.
Был сирҙең тәүге симптомдары шундай: тән температураһы күтәрелә, тиҙ арала хәл бөтә, йүткертә (башлыса, ҡоро йүткереү, еүешлек әҙ була), диспноэ башлана (һауа етмәгән тойғо), телдә аҡ эҙҙәр барлыҡҡа килә, ҡалтырата, ҡул һәм аяҡ “һынып” килгән кеүек, тамаҡ ауырта, танауҙа тымау барлыҡҡа килә. Аңлашылыуынса, был симптомдар барлыҡҡа килеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ваҡытында ярҙам алманығыҙ икән, сирҙең ауыр этабы башлана. Улар араһында отит, менинго-энцефалит, пневмония, синусит, миокардит бар, балаларҙа ашҡаҙан-эсәк юлы менән проблемалар башланыуы ихтимал.
Вирустан һаҡланыу саралары
Кәмендә 20 секунд дауамында ҡулды һабынлап йыуырға, кеше күп булған урындарҙа битлек кейеп йөрөргә һәм уны һәр ике сәғәт һайын алмаштырырға, йүткергән, сөскөргән кешеләргә яҡын бармаҫҡа, йыуылмаған ҡул менән күҙҙе, ауыҙҙы, танауҙы тотмаҫҡа.