Кейемдәренә ҡарағанда, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре икәнлеге көн кеүек асыҡ. Тауыштары көр күренә, нимә һөйләгәндәре әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Беренсеһе һүҙ башланы:
- Үткән йыл 30 декабрҙә эсә башлағайным, һаман айнып булмай әле. Яңы йылды ҡаршылағанды ла иҫләмәйем. Бөгөн иртән ҡатын, бар инде эшкә, тип әрләп торғоҙҙо.
- Бәй-бәй, нисек улай ике аҙнаға яҡын туҡтамай эсеп була һуң, магазиндарҙа араҡы ла көн дә һатылманы бит?- тип һорап ҡуйҙы икенсеһе.
- Эскең килһә, уны табыуы ҡыйын мени... Ана, күршем көнө-төнө “сәмәй” һата, унан сират тороп алалар. Тик бына кибеттә спиртлы эсемлектәр юҡ тип, хаҡын арттырып ебәрҙе. Алаһың инде, ҡайҙа бараһың тағы?
- Беҙҙең эш хаҡы ла күп түгел бит әле, ғаиләңә аҡсаң ҡалдымы һуң?
- Кем белһен инде уны. Ҡатын карточкала аҡсаң бөтөнләй ҡалмаған тип кисә туҙына ине, ахыры. Йә, ярай, ҡар көрәргә лә хәлем юҡ, мин “сәкүшкә”гә барып ҡына киләйем әле. “Аванс”ҡа тиклем 200 һум биреп тороғоҙ әле, баш йүнәтмәй булмай, тамаҡ тамам кипте...
Был ирҙәрҙең үҙ-ара һөйләшеү-ҙәре миндә ауыр тойғо ҡалдырҙы. Күпме йәш, ғәйрәтле көслө заттар эскелектән ауырып, ағыуланып, үҙ-үҙҙәрен үлтерә. Белеүебеҙсә, Яңы йыл каникулдарында Башҡортос-танда ҡайһы бер көндәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылғайны. Башлығыбыҙ хәмер һатыуҙы сикләп, республикала йәшәүселәргә был көндәрҙе ғаилә менән бергә үткә-рергә тәҡдим иткәйне. Үрҙә яҙып үткән һөйләшеүҙәрҙән күренеүен-сә, “йәшел йылан” ҡулланырға яратҡандарға бер ниҙә кәртә түгел. Эскән кеше барыбыр эсә, уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай.
Гөлнора Йәмилева.