газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Февраль 2020, 11:24

Ремонттан һуң поликлиника йылмайып тора

Салауат ҡалаһында балалар поликлиникаһында ремонт барыуы хаҡында яҙғаныбыҙ, хәбәр иткәнебеҙ булды. Һәм бына, ниһайәт, ул үҙенең ишектәрен асты, пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Ремонттан һуң поликлиника ысынлап та бик матурланған, хатта коридорҙарында ла ҡояш сағыуыраҡ яҡтыртҡандай.

Бина 1991 йылда төҙөлгән, ул ҡаланың барлыҡ балаларын һәм үҫмерҙәрен - бөтәһе 30 мең кешене хеҙмәтләндерә. Медицина учреждениеһы сменаһына 480 бәләкәй пациентты ҡабул итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат балалар поликлиникаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм “Балалар һаулыҡ һаҡлау үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә ремонтланды. Элекке бинанан, уның һоро стеналарынан, йыртылып бөткән обойҙарынан бер нимә лә ҡалмаған. Бинаның дүрт ҡатында ла стеналар сағыу төҫкә буялған, унда һүрәттәр төшөрөлгән, ыҡсым ғына ултырғыстар ҡуйылған, ҡайҙа ниндәй кабинет, ниндәй врачтар ҡабул итә, барыһын да күрһәтеүсе алтаҡталар ҡуйылған. Регистратура ла асыҡ, унда мөрәжәғәт итеү күпкә уңайлыраҡ. Поликлиникала ишек блоктары, коляскалар ҡуя торған урын ремонтланған, бинаның ҡыйығы яңыртылған. Янғынға ҡаршы саралар күрелгән, лифт, елләтеү, һыу һәм йылылыҡ системалары алыштырылған. Кабинеттар санитар нормаларға тап килтерелеп эшләнгән.
- Поликлиника үҙ ишектәрен 3 февралдә асты. Иғтибар итеүе-геҙсә, беҙҙең регистратура эше, пациенттарҙы амбулатор карта менән тәьмин итеү системалары тулыһынса үҙгәрҙе. Шулай уҡ прививка яһау кабинетының эшендә лә үҙгәрештәр бар. Хәҙер поликлиниканың телефон бәйләнеше яңыртылды. 38-60-70 телефонын йыйып барлыҡ белешмә алып була, шул иҫәптә врачты өйгә саҡыртырға, врачҡа яҙылырға мөмкин. Тәүҙә яңы система, яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булды, хәҙер эш көйгә һалынып килә, - ти балалар поликлиникаһы мөдире Татьяна Шептулина.
Балалар поликлиникаһындағы ремонт йылдан ашыу барҙы. Уны төҙөкләндереүгә 40 млн һумдан ашыу аҡса сарыф ителә. Был суммаға бина эсен ремонтлауҙан тыш, поликлиниканың тирә-яғын тәртипкә килтереү сығымдары ла ингән.
- Ниһайәт, балалар поликлини-каһында ремонт тамамланды. Ул бик күп сығымдар һәм оҙайлы ваҡыт талап итте. Сөнки финанслау этаплап алып барылды. Дөйөм алғанда, ремонтты 14 подряд ойошма башҡарҙы. Һәм бөгөн ҡала дауаханаһының педиатрия бүлеге тулыһынса яңырҙы, ти ышаныслы әйтергә мөмкин. Биш йыл элек балалар дауаханаһы төҙөкләндерелгәйне. Һәм бына бәләкәй салауаттарҙы амбулатор ҡабул итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылды. Беҙ ремонт ваҡытында һаҡсыл технологияларға ла ҙур иғтибар бүлдек. Халыҡтан поликлиника янында транспорт өсөн тулталҡаның булмауына дәғүәләр күп ине. Ҡала хакимиәте башлығы ярҙамы менән 150 машина урынлыҡ парковка урыны булдырылды. Ремонттан тыш, поликлиника яңы рентген аппараты менән дә йыһазландырылды, 10 млн һумлыҡ мебель алынды. Был ремонт салауаттарға оҡшар, улар медицина учреждениеһына килеүҙән, бындағы шарттарҙан ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанабыҙ, - ти ҡала дауаханаһының баш табибы Салауат Мырҙағолов.
Баш табип әйтеүенсә, халыҡтың һорауҙары, тәҡдимдәре өйрәнелеп, медицина учреждениеһының эше артабан да камиллаштырыласаҡ.
Поликлиника мөдире Татьяна Анатольевна белдереүенсә, медицина учреждениеһын белгестәр менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла, яңыраҡ балалар эндокринологы эшләй башлаған, йәйен ортопедтың килеүе көтөлә.
Читайте нас: