газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Февраль 2020, 10:43

“Һеҙҙең сәләмәтлек һағында”

Ошондай девиз менән аҙна башында Салауатҡа республика врачтары десанты килеп төштө. Баш ҡала дауаханалары белгестәренең беҙҙең ҡалаға килеүе тәүгә түгел. Быға тиклем дә төрлө йүнәлештәге табиптар бригадаһы килеп, ҡала халҡын ҡабул иткәне булды.

Был юлы ҡалаға Күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты, Кардиология үҙәге, БДМУ, “Әсә һәм бала” клиникалары белгестәре йәлеп ителгән. Улар 27 ғинуар, дүшәмбенән алып бөгөн, 31 ғинуарға тиклем ҡабул итә. Салауаттарҙы балалар һәм ололар офтольмологтары, эндокринологтары, ике гастроэнтеролог, пуль-монолог, кардиолог, гинеколог, проктолог, репродуктолог ҡарай.
Ҡала дауаханаһынан белдереүҙәренсә, рес-публика дауаханалары врачтары бригадаһы беҙҙең ҡалаға алтынсы тапҡыр килә. Һуңғы ярты йыл эсендә Салауатта онкопатруль, йәрәктең ишемия ауырыуҙарын ҡарау өсөн кардиологтар, 3-4 стадиялағы яман шеш менән сирлеләрҙе дауалауға төҙәтмәләр индереү маҡсаты менән онкологтар бригадаһы эшләгән. Әйткәндәй, һәр десантҡа юғары квали-фикациялы белгестәр индерелә. Мәҫәлән, был аҙнала пациенттарҙы профессор дәрәжәһен-дәге эндокринолог һәм гастроэнтеролог ҡарай.
- Өс көн эсендә 30-лап кешене ҡабул итеп өлгөрҙөм. Пациенттар-ҙың урындағы участка табиптары йүнәлтмәһе буйынса ЭКГ һәм башҡа тейешле тикшереүҙе үтеп килеүе мөһим ине. Был миңә диагнозды иҫбатлау, артабанғы дауалауҙы билдәләүгә ярҙам итә. Башлыса, дауалауға етди төҙәтмә-ләр индереү, йә иһә Өфөләге Кардиология үҙәгендә дауаланыу, опе-рация яһау талап ителгән пациенттар мөрәжәғәт итә, - ти Республика кардиология үҙәге врачы Венера Баймөхәмәтова.
Уның һүҙҙәренсә, өс кешегә республика дауаханаһында планлы рәүештә ятып дауаланыу өсөн йүнәлтмә бирелгән. Бер осраҡта хатта пациент ашығыс рәүештә ҡала дауаханаһына һалынған.
Татьяна Серегина кардиологта ҡаралғандан һуң бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
- Поликлиникала рес-публика үҙәгенән карди-олог килеүен белгәс, алдан яҙылып ҡуйҙым. Врачтың ҡабул итеүенән, уның шул тиклем иғтибарлы, ихтирамлы булыуынан ҡәнәғәтмен. Ул һәр һорауыма яуап бирҙе, хәлемде ныҡлап белеште, дауалау билдәләгәндә лә һәр дарыуҙы нисек эсергә кәрәклеген, нисек ярҙам итеүен аңлатты. Өфөлә бушлай тикшереү үтеү өсөн сиратҡа ла яҙҙы, - ти ул.
Читайте нас: