газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ғинуар 2020, 11:15

Йоҡтороуы - тиҙ, ҡотолоуы - оҙаҡ

Көндәрҙең үтә лә йылы тороуы йыш ҡына йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына сәбәпсе була. Яңыраҡ ҡала мәктәптәренең береһендә бер баланың скарлатинаға шик менән дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр сыҡты. Был ата-әсәләрҙе лә борсоуға һалғандыр. Балам сирҙе йоҡтороп ҡуймаһын, тип хафалана улар. Хәлдең айышына төшөнөр, сир, унан һаҡланыу саралары тураһында ентеклерәк белер өсөн ҡала дауаханаһының педиатрия ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары Илгиз Шәнгәрәев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Илгиз Наил улы, ҡалала мәктәп уҡыусыһы скарлатина менән сирләгән тигән хәбәр дөрөҫмө? Юғиһә, ата-әсәләр борсола.
- Ысынлап та, бер бала скарлатинаға шик менән йоғошло ауырыуҙар бүлегенә оҙатылды. Тик әлегә был рәсми теркәлмәгән. Сөнки анализдар 5-7 тәүлектән һуң ғына билдәле була.
- Үткән йылдарҙа ошондай осраҡтар булдымы?
- Эйе, былтыр өс бала скарлатина менән сирләне. Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт иткәнгә күрә, улар уңышлы дауаланып сыҡты.
- Ниндәй ауырыу ул - скарлатина?
- Скарлатина - һауа-тамсы юлдары менән таралыусы йоғошло ауырыу. Сирле кеше-нең шәхси-гигиена әйберҙәре менән файҙаланғанда ла йоҡ-тороу ихтималлығы ҙур.
- Сир нисек башлана?
- Тән температураһы ҡапыл 39-40-ҡа күтәрелә. Йотҡан-да тамаҡ ауырта, хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. 7-се тәүлеккә тәнгә үҙенсәлекле ваҡ сабырт-ҡылар сыға башлай. Улар һыулы булмай. Сирҙе стрептококк таяҡсалары булдыра. Инкуба-цион осор - 7 көн.
- Башҡа ауырыуҙарҙан уны нисек айырырға?
- Ғәҙәттә, скарлатинаны ангина, һыу сәсәге менән бутайҙар. Ҡайһы саҡта хатта табиптарға ла диагноз ҡуйғанда ҡыйынға тура килә. Шулай ҙа, башҡа ауырыуҙарҙан айырыр-лыҡ үҙенсәлекле симптомдары бар. Мәҫәлән, скарлатина ваҡытындағы сабыртҡылар бармаҡ менән баҫҡанда юғала, ә ебәрһәң, тағы килеп сыға. Тағы бер айырма - ул танау-ирен өсмөйөшөнөң ағарыуы.
- Сир нимәһе менән ҡурҡыныс?
- Стрептококк бактерияла-рының ҡанға ебәргән токсин-дары менән. Организмда интоксикация башлана. Кеше хәлһеҙләнә, ҡоҫа башлай, эс китеүе ихтимал. Ваҡы-тында дауаланмаһаң, бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе менән хәүефле. Мәҫәлән, тын ҡыҫылыуы, тахикардия башла-ныуы мөмкин. Бактериаль инфекцияны үҙ белдегең менән дауалауҙан тыйылырға кәрәк. Сир билдәләрен тойоу менән кисекмәҫтән табип, ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.
- Ауырыу мотлаҡ дауаханаға һалынамы?
- Әгәр сир еңел формала булһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт иткәндә, өйҙә лә дауаланырға мөмкин. Ваҡыт күп юғалтылһа инде, әлбиттә, бала мотлаҡ, табиптар күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.
- Скарлатинаны ниндәй дарыуҙар менән дауалайҙар?
- Антибиотиктар менән. Был ауырыу иммунитеттың түбән булыуына бәйле. Шуға күрә, башҡа препараттар менән бер рәттән, иммунитетты күтәреү өсөн мотлаҡ поливитаминдар индерелә. Дауахананан сыҡҡандан һуң да тергеҙелеү өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә.
- Ниндәй йәштәге балалар хәүеф төркөмөнә инә?
- Сир йәште һорап тормай. Шулай ҙа, күберәге, өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларҙың сиргә дусар булыу ихтималлығы ҙур.
- Был ауырыуҙан һаҡланыу сараһы бармы? Мәҫәлән, прививка.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, скарлатинанан прививка уйлап табылмаған. Иң мөһиме - дөрөҫ туҡланыу, спорт менән дуҫ булыу, саф һауала йышыраҡ йөрөү. Тынсыу бүлмәлә компью-тер артында ултырғансы, тышта саңғыла йөрөү, йүгереү күпкә файҙалыраҡ. Бүлмәне лә йышыраҡ елләтергә, саң-туҙандарҙы даими һөртөп торорға кәрәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: