газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2020, 11:12

Һәр кемгә - уңайлы мөхит

Инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҡалала иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш. Пандустар ҡуйыу - инвалидтарҙың күп һанлы проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым.

Салауаттың медицина-социаль экспертиза бинаһында ла күптән көтөлгән пандус ҡуйылды. Бында көнөнә тиҫтәләгән кеше килә, араларында терәк-хәрәкәт итеү яғынан сикләнеп, инвалид коляскаһында йөрөгәндәр ҙә бихисап. Шуға күрә пандустың ҡуйылыуы күптән көнүҙәк. Әйткәндәй, бында ноябрь айында уҡ пандус ҡуйып маташҡандар, әммә ул бер ниндәй нормаларға яуап бирмәгән, бик текә булған һәм коляскала ултырғандар күтәрелә алмаған. Аҙ мобилле граждандар хәҙер был ҡулайламаның уңайлығын яҡшы тип баһалай.
Читайте нас: