газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2020, 11:19

Башҡа урын бөткәнме икән әллә?

Ҡайһы саҡта кеше бәләне үҙе эҙләй. Һүҙем кешеләрҙең ҡала паркындағы быуаны күңел асыу урынына әйләндереүе тураһында.

Ҡарап торһаң, әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаған кеүек. Төптәнерәк уйлаһаң, кешеләр тауҙан шыуып төшөп, туп-тура быуа өҫтөнә килеп төшә. Ә быуала - боҙ. Быйыл ул, ҡыш йылы булыу сәбәпле, үтә йоҡа. Иң үкенеслеһе шул, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шунда шыуа. Ата-әсәләр ошо рәүешле өлгө күрһәтә килеп сыға түгелме? Ял итеү өсөн махсус урындар бөтмәгән бит. Ҡотҡарыусылар ҙа ҡала халҡынан үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын үтенеп һорай.
- Һалҡындар башланыу менән һыу ятҡылыҡтарында ғәҙәттән тыш хәлдәр ихтималлығы арта. Күптәр боҙға төшөүҙең ғүмергә хәүеф менән янауын аңлап етмәй. Һыу объекттарында ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалар. Шулай ҙа, ҡазаға осрап, боҙ аҫтына киткәнһегеҙ икән, ҡулдарығыҙҙы киң итеп тирә-яҡҡа һуҙығыҙ һәм боҙ ситенә йәбешергә тырышығыҙ. Был һыу аҫтына китмәҫ өсөн кәрәк. Ағым боҙ аҫтына алып китмәҫ яҡҡа барып йәбешергә тырышығыҙ. Ипләп кенә, боҙҙо ватмай, һалмаҡ ҡына итеп күкрәк менән боҙ өҫтөнә менегеҙ. Тәүҙә бер аяҡты, шунан икенсеһен мендерегеҙ. Боҙ емерелмәһә, яйлап ҡына ярға табан шыуышығыҙ. Ҡайһы яҡтан килдегеҙ, шул яҡҡа хәрәкәт итегеҙ, - ти «Муниципаль янғын һағы» учреждениеһы начальнигы Виктор Суханов.
Парк һаҡсыһы Илгиз Нафиҡов әйтеүенсә, кешеләр әйткәнде ҡолаҡтарына ла элмәй икән.
- Көн һайын ошонда шыуырға киләләр. Шелтәләргә иғтибар ҙа итмәйҙәр. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тырышҡанды берәү ҙә аңламай. Үҙебеҙҙе әрләп китәләр, тупаҫ итеп яуаплайҙар, хатта һүгенеү һүҙҙәре лә ҡулланалар, - ти ул.
Асыҡланыуынса, күптәр «Быуала шыуыу хәүефле» тигән билдәнең юҡлығына һылтана. Ундағы кешеләрҙең үҙҙәре менән дә һөйләшергә булдыҡ. Ҡайһы берәүҙәр, ярамағанлығын белмәнек, тиһәләр ҙә, артабан шыуыуҙарын дауам иттеләр, икенселәренең: «Ярамаһа ни, уның ҡарауы бында шул тиклем күңелле. Боҙ ғына күтәрә алыр әле беҙҙе», тигән һүҙҙәре аптырауға һалды. Халыҡты туҡтатырлыҡ түгел. Һүҙ юҡ, яҙыуҙар ҙа кешегә тәьҫир итә. Әммә билдәнең булмауы ғына быуа өҫтөндә шыуырға ярай, тигәнде аңлатмай ҙа инде. Уйындан уймаҡ сығып ҡуймағайы. Паркта иҫкәртеүсе билдәнең ҡуйылыуы вәғәҙәләнә.
Читайте нас: