газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2020, 11:14

Бәләле боҙбармаҡтар

Күптәрегеҙ шаһиттыр, ҡала урамдары буйлап йөрөү хәүефле була башланы. Ҡайһы бер йорт, учреждение биналары ҡыйыҡтарында оҙон-оҙон боҙбармаҡтар барлыҡҡа килде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән аҙна беҙҙең ҡалала Шишмә урамының 12-се йорт түбәһенән 1-се класс уҡыусыһының башына боҙ төшкән. Ярай әле, уҙып барыусы ир-егет ярҙамға килгән. Бала ҡала травматология пунктына оҙатылған. Табиптар яраны теккән.
«Шишмә урамындағы йорт алдында улымдың башына боҙ төшөп, башын тиште. Һөҙөмтәлә, ул ике яра алды, уларҙың береһен тектерергә тура килде. Ҡалын ҡышҡы башлығы булмаһа, фажиғәнән ҡотолоп булмаҫ ине», - тип яҙған зыян күреүсе малайҙың әсәһе.
Ул шулай уҡ балаһына ярҙам күрһәткән ир-егеткә рәхмәт белдергән. Әле был хәлдең сәбәптәрен ҡала прокуратураһы асыҡлай.
Коммуналь хеҙмәттәр эшләгән дә кеүек. Әммә ҡайһы бер урындарҙа, әйтерһең, был турала бөтөнләй иҫкә төшөрмәйҙәр. Ғөмүмән, урамда йөрөгәндә йорттар башына иғтибар итергә, ҡыйыҡта ҡар таҙартыу эштәре барышын киҫәткән яҙыуҙарҙы инҡар итмәҫкә кәрәк. Юғиһә, хәүефле урындар ҡыҙыл таҫма менән уратып алыныуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙең барыбер урап түгел, шул таҫма аша үткәненә шаһитбыҙ. Ярамай икән, тимәк, ярамай.
Читайте нас: