газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2020, 11:27

Ҡабаланмайыҡ, тайып йығылмайыҡ

Көндәрҙең бер йылытып, бер һыуытып тороуы юлдарҙа көсөргәнешле хәл тыуҙырҙы. Автомобиль хужалары үҙҙәренең «тимер ат»ын тура ғына барырға көс-хәл менән күндереп маташты, йәйәүлеләргә лә еңелдән тура килмәне.

Декабрь аҙаҡтары ине. Балалар ата-әсәләре менән иртәлектәрҙән шатланыша-шатланыша сығып киләләр. Бер әсә, баҫҡыстан төшөп, ергә баҫыуы булды, арҡаһы менән һуҙылды ла ятты. Янындағы сабый ҙа ҡурҡыуға төштө. Эргәләренә килдем, күтәрелергә ярҙам иттем. Ярҙам-фәлән саҡыртайыҡ тигәс, рәхмәт, хәҙер үтер ул тип тороп ҡалды. Бына алдымдан ғына оло йәштәге инәй китеп бара. Шаштыра тип уйлай күрмәгеҙ, бер аҙым атлай ҙа, баҫып тора. Шулай итмәһәң, булмай. Сөнки аҙымдарыңды саҡ ҡына тиҙләтһәң, тайып йығылыуҙан ҡотолормон тимә. Бындай осраҡтар ғәләмәт күп. Коммуналь хужалыҡтар саралар күреүгә ҡарамаҫтан, юлдар тайғаҡ булып ҡалыуын дауам итә. Һибелгән ҡом да артыҡ ярҙам итмәгән кеүек.
Үҙем дә әллә нисәмә тапҡыр тайып йығыла яҙҙым. Һуңынан, барыһы ла яҡшы тамамланыуына Хоҙайға рәхмәт уҡый-уҡый артабан юлымды дауам итәм. Әле яңыраҡ, аҙыҡ-түлек артынан яҡындағы ғына магазинға сыҡтым. Һәр аҙымымды үлсәп баҫҡан кеүек инем, юҡ, барыбер тәгәрәп барып төштөм. Бөтә көс ҡул усына төштө. Бер-ике көн ауыртты инде, шөкөр, үтеп китте.
Кешеләрҙең йәрәхәтләнеүҙәренең күп булыуы тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр ҙә һөйләй. Мәҫәлән, травматология бүлегенә 14 ғинуарҙа - 95, 15-ендә 84 кеше мөрәжәғәт иткән тип яҙылған. Уйландырырлыҡ һандар... Хәлдең асышына төшөнөр өсөн ҡала дауаханаһының травматология бүлеге мөдире Артур Ғәлимовҡа мөрәжәғәт иттек.
- Бик теүәл мәғлүмәт бирелгән. Был бик күп түгел әле ул. Тәүлегенә 100-200-ләгән кешене ҡабул иткән ваҡыттар ҙа бар. Яңы йыл алдынан айырыуса күп булды. Миҫал өсөн, 27 декабрҙә бөтәһе 887 кешене ҡабул иттек. Уларҙың 364-е урамда алған йәрәхәттәр, 303-ө - өлкәндәр, 61-е балалар. Башлыса, тайып, һырғалаҡта, саңғы шыуғанда йығылыу осраҡтары. Һуңғы ваҡытта модаға ингән тюбингтар ярҙамында һаулығына зыян килтереүселәр ҙә бик күп.
Тәүҙә ямғыр яуҙы, һуңынан һыуытты. Йәрәхәтләнеүҙәрҙең артыуына ошо ла сәбәпсе булғандыр инде. 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем 380 тирәһе өлкән кешене, 152 баланы ҡабул итергә тура килде. Бик иғтибарлы булырға кәрәк. Һәр кемдең именлеге - үҙ ҡулында. Юлға сыҡҡанда һауа шарттарын да иҫәпкә алырға кәрәк, - тип иҫкәртә Артур Рәмил улы.
Читайте нас: