газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 12:59

Наркомания фажиғәгә илтә

Республика күптән түгел «Ҡайҙа үлем менән һатыу итеүҙәрен хәбәр ит» Бөтә Рәсәй акцияһын үткәрҙе. Ул Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан иғлан ителде. Маҡсаты - наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға йәмәғәтселекте йәлеп итеү.

Ошо акцияға ярашлы, үҙәк ҡала китапханаһында «Нарко-мания - бушлыҡҡа юл» тип исемләнгән фәһемле сара уҙҙы. Унда 2-се кадет мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары саҡырыл-ғайны. Үҫмерҙәр алдында ҡала наркология диспансерының фельдшер-наркологы Нина Лаврова, «Ышаныс» психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Елена Ефименко сығыш яһаны. Белгестәр наркоманияның зыяны, һәләкәткә илтеүе тура-һында һөйләп кенә ҡалманы, ә әйтелгәндәрҙе ысынбарлыҡтан алынған миҫалдар менән дә нығытып ҡуйҙы.

- Мөмкинлек булһа, әлеге ваҡытта дауаханала ауыртыу-һыҙланыуҙарға түҙә алмайынса палата буйлап тәгәрәп йөрөгән, донъяның матурлығын юғалтҡан сирлеләрҙе барығыҙға ла күрһәтер инем. Тик, закон бу-йынса, диспансерҙа дауаланыу аноним булырға тейеш. Реа-нимация бүлегендәге 40 йәштәр тирәһендәге аңһыҙ ир үҙенең өйөндә аш-һыу бүлмәһендә наркотик ҡабул итә. Дозаһы күберәк булғандырмы - аңын юғалта. Өҫтәл мөйөшөнә шул тиклем ныҡ итеп ныҡ бәрелә, хатта талағы йыртыла, эсенә ҡан һауа. Табиптар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне, әммә бер нисек тә иҫенә килә алмай. Икенсе карауаттағы урта йәштәрҙәге ир магазин янында кеше тапатҡандан һуң, наркотик ҡулланып, был хәлде оноторға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә, был ағыу уның үҙәк нервы системаһын зарарлай, галлюцинациялар, психоз башлана. Аҡылы ла хәҙер ике-өс йәшлек баланыҡы кеүек кенә. Ҡарт әсәһе килеп, памперстарын алыштыра, ҡалаҡтан ашата. Ә ирҙең күҙҙәрендә - бушлыҡ. Ҡайҙа ултырғанын да, нимә булғанын да бөтөнләй аңламай. Бындай хәлдәрҙе бик күп теҙергә мөмкин. Ниндәй һығымта яһарға була? Наркотикты хатта бер генә тапҡыр ҡулланып ҡарау ҙа ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, - тип һөйләне Нина Лаврова.

Психолог Елена Олеговна ла кәңәштәрен бирҙе.

- Наркотик - бушлыҡҡа юл. Уларҙың еңеле, ҡатмарлыһы булмай. Иң мөһиме, ваҡытында Юҡ! тип әйтергә өйрәнегеҙ. Наркотиктар менән бер рәттән тәмәкенең, алкоголле эсемлектәрҙең дә сәләмәт-леккә бик ныҡ насар тәьҫир итеүен оноторға ярамай, - тине ул. Шулай уҡ үҫмерҙәргә «Ҡара һыҙат» тип аталған фәһемле фильм күрһәтелде.

Зал тып-тын. Үҫмерҙәр өлкәндәрҙең һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлап ултыра. Саранан ниндәй һабаҡ алыуҙарын белер өсөн уҡыу-сыларға мөрәжәғәт итәм.

Андрей Корыстев:

- Бөгөн бик ҡурҡыныс нәмәләр тураһында һөйлә-неләр. Хатта тәндәр зымбырҙап китте. Бер ваҡытта ла насар аҙымға баҫмаясаҡмын, тип ныҡлы хәл итеп ҡуйҙым.

Артем Иванов:

- Иң яҡшыһы, зарарлы ғәҙәттәр менән бәйләнмәҫкә. Сәләмәтлегеңде лә, ғаиләңде лә юғалтасаҡһың. Ваҡытында юҡ, тип әйтергә үҙеңдә көс таба белергә кәрәк.


Читайте нас: