газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 12:52

Мәкерле сирҙән йәштәрҙе һаҡлау

1988 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1 декабрҙе - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итә. Был дата хәүеф менән янаған ауырыу тураһында, сирле кешеләр-ҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Был мәсьәләлә иң мөһиме про-филактика эшелер. Бөгөнгө көндә был юҫыҡта актив эшләүсе тире-венерология диспансерының медицина психологы Зөлфиә Садиҡова менән һөйләшеүебеҙ ошо хаҡта булыр.

- Минең төп эшем - ВИЧ-инфекцияларын һәм енси юл менән таралыусы инфек-цияларҙы белем биреү мөхи-тендә профилактикалау. Бының өсөн төрлө мәктәптәр, һөнәри белем биреү учреждение-лары, китапханалар нигеҙендә саралар ойошторола. Баш-лыса улар йәштәрҙе хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтеүгә, инфекция менән зарарланыу-ҙан һаҡлауға йүнәлтелгән, - тип һөйләй Зөлфиә Наил ҡыҙы.

Ул уртаса айына 20-ләп сара ойошторола. Айырыуса 2-се кадет, 1-се, 2-се гимназиялар, 24-се, 19-сы мәктәптәр, индустриаль, төҙөлөш-механика, белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледждары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Зөлфиә Садиҡова йәштәр менән осрашыуҙарҙы ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Ул лекция, йә ниндәйҙер видео фильмдары күрһәтеүҙе генә түгел, улар буйынса мотлаҡ фекер алышыуҙар ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Әгәр балаларҙы һөйләшеүгә, үҙ уйҙарын белдереүгә йәлеп итә алһаң, улар яҡшыраҡ аңлаясаҡ, тигән фекерҙә психолог.

- Үҫмерҙәрҙә ышаныс уята белеү мөһим, шул саҡта улар һуңынан килеп үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә, асыҡлай, - ти психолог. - Йәштәр белгестән яуап алмай икән, улар интернеттан эҙләй башлай. Ә ундағы мәғлү-мәттәрҙең күбеһе дөрөҫлөккә тап килмәй. Шуның өсөн үҙемә тура мөрәжәғәт итһендәр өсөн телефонды бирәм һәм улар яҙалар, кәңәшләшәләр. Йәштәрҙе ВИЧ-инфекция, СПИД-ҡа бәйле һорауҙар ысынлап та ҡыҙыҡһындыра, ә мәктәптә, өйҙә был хаҡта һөйләшеп бармайҙар. Ата-әсәләргә балалары менән бөтә, хатта енси тормош кеүек сетерекле темаға ла әңгәмәләшергә кәңәш итер инем.

ВИЧ-инфекцияһына дусар булған кешенең ғүмере һаналған, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Ул сирле булһа ла, башҡалар кеүек үк тормош алып бара ала. Хатта үҙ тәжрибәмдә СПИД менән ысын ауырыған кешене йәштәр менән осраштырып, уның тормошо хаҡында һөйләттермәксемен. Тик беҙҙең төп маҡсат был турала ғына һөйләү түгел, ә йәштәрҙе сир йоҡтороуҙан һаҡлау, ыша-ныслы мәғлүмәттәрҙе еткереү. Уларҙың мунсала, башҡа ерҙә энә аша зарарланырға мөмкин тип ҡурҡыуҙары дөрөҫ түгел. Ауырыуҙың төп таралыу юлы - ул енси бәйләнеш, сирлеләрҙең 70 проценты ошо арҡала зарарланған. Шунан ҡан аша һәм әсәнән балаға күсеү осраҡтары килә. Шуға ла тәртипле енси тормош алып барырға өндәйбеҙ. Юғиһә, был яуапһыҙлыҡтың эҙемтәләре бик насар булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта осрашыуҙарҙа йәш ҡыҙҙарҙың әхлаҡлы йәшәү тәртибенә өҫтөнлөк бирә башлауҙарын белеү ҙә шатландыра, - ти Зөлфиә Садиҡова.


Читайте нас: