Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Сентябрь 2019, 16:22

Өфө врачтары - беҙҙең ҡалала

Салауат дауаханаларында врачтарҙың, бигерәк тә тар белгестәрҙең етмәүе барыбыҙға лә мәғлүм. Ҡала етәкселеге был проблеманы төрлө ысулдар менән хәл итергә тырыша, әлбиттә. Шулай ҙа бер-ике көн эсендә генә мәсьәлә сиселер, тип уйлау дөрөҫ түгел. Был юҫыҡта эште әҙ булһа ла көйләр өсөн, республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан төрлө ҡала һәм райондарға “Врачтар десанты”, йәғни баш ҡала белгестәрен урындарға ебәреп, халыҡты ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Юл картаһына ярашлы, 16 сентябрҙә врачтар “десанты” беҙҙең ҡалаға “төштө” Алты йүнәлештәге медицина бел-гестәре аҙна буйына, йәғни дүшәмбенән алып йомаға тиклем салауаттарҙы ҡараны, тейешле дауаланыу билдәләне.

- Акция бер тапҡырға ғына түгел, бер йылға иҫәпләнгән. Медицина белгестәре лә төрлө, пациенттарҙың талабына ярашлы киләсәк. Салауат ҡалаһында тулы масштабтағы тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн шарттар һәм ҡоролмалар бар. “Врачтар десанты”ның асылы - ҡалала етешмәгән, йәки әҙ булған медицина белгестәре менән тәьмин итеү. Пациенттарға Өфөгә барып йөрөү ауыр, ә был осраҡта инде йәһәт кенә килеп үҙҙәренә кәрәкле табиптарҙан консультация ала ала, - ти ҡала дауаханаһының баш табибы Салауат Мырҙағолов.

Уның һүҙҙәре буйынса, ҡала ошо рәүешле Өфө врачтарын ваҡытлыса ғына саҡырыу медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итмәй, шуға күрә Салауатта даими хеҙмәт юлын алып барырлыҡ белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, йыл башынан алып Салауатҡа 55 яңы табипкилгән. Улар араһында ҡалала иң талап ителгән невролог, акушер-гинеколог, хирург, травмотолог, анестезиолог-реаниматолог бар. Баш врач билдәләүенсә, Өфө табиптарының килеүе беҙҙең ҡала белгестәре өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән ыңғай күренеш булып тора.

Салауатта был көндәрҙә ололар һәм балалар кардиолог-тары, невролог, пульмонолог, уролог һәм аллерголог эшләне. Улар салауаттарҙы С.Юлаев бульварындағы 1-се поли-клиникала алдан яҙылыу буйынса эш көнө режимында ҡабул итте. Ә инде ашығыс рәүештә теге йәки был белгестең кәңәшенә мохтаж булған пациенттар шылтыратып саҡырылған.

- Беҙ мөрәжәғәт иткән барлыҡ пациенттарҙы ла ҡарая-саҡбыҙ, әгәр етди тикшереү талап ителһә, ҙурыраҡ үҙәктәргә йүнәлтәсәкбеҙ. Унда улар ныҡлап ҡараласаҡ һәм дауалау, йәки операция эшләү ҡарары ҡабул ителәсәк, - тине врач-кардиолог Рафаэль Ҡотдосов.

“Врачтар десанты” сараһын айына бер тапҡыр булһа ла ойоштороу күҙаллана. Унда бер үк түгел, ә төрлө белгестәрҙе саҡырыу планлаштырыла. Мәҫәлән, киләһе айҙа респуб-лика дауаханаларынан онколог һәм башҡа табиптарҙың килеүе көтөлә.


Читайте нас: