газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Сентябрь 2019, 16:25

Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе

“Аутсорсинг” тигән ят төшөнсә беҙҙең ҡулланылышҡа һуңғы йылдарҙа килеп инде. Был мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында туҡланыу эшен тулыһынса махсуслашҡан комбинат ойоштора, тигәнде аңлата.

Әммә был үҙгәрештәргә күпселек ата-әсәләр ситләшеп ҡараны. Нисек инде әҙер ризыҡ алып киләләр, балаларыбыҙ ярымфабрикаттар менән генә туҡланырмы, тигәнерәк борсоулы һорауҙар йыш ишетелде. Улай ғына түгел, балалар ҙа ризыҡты ашарға әллә ни атлығып бар-маны. “Ашамайым, тәмһеҙ әҙерләйҙәр”, тиеүселәр ҙә күп булды.

Былтыр республика етәк-селеге алышынғас, төбәктә бөтә өлкәләр үҙгәрештәр кисерҙе. Мәғариф системаһы ла ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров, тәү сиратта, балалар туҡланыуына иғтибар итте. Әле Өфөлә берҙәм туҡланыу системаһы индерелде. Яҡын киләсәктә төбәк мәктәптәренә берҙәм меню һәм туҡланыу операторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыла. Беҙҙә лә быға әҙерлек эштәре бара.

Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ - республикала ғаилә килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, башланғыс класс уҡыусыларын мәктәптә бушлай туҡландырырға уйлайҙар. Әле проектты башҡарыу өсөн эшсе төркөм төҙөлгән. Был маҡсатта йыл һайын республика бюджетынан 1,5 миллиард һум талап ителеүе күҙаллана, төбәктәргә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль ҡаҙнанан бүленергә тейешле аҡса күләме иҫәпләнә.

Дөрөҫ ҡарарҙыр, минеңсә. Сөнки бөтә балалар ҙа берҙәй туҡланырға тейеш. Бер танышымдың ҡыҙы мәктәптән өйгә йүгереп ҡайтҡан да: «Әсәй, беҙ ҙә өсөнсөгә бәпес алайыҡ әле. Ундайҙарға әфлисун, башҡа емеш-еләктәр бирәләр», тигән. Сабыйға был тигеҙһеҙлекте нисек аңлатаһың?

Уҡыусыларҙың, айырыуса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, туҡ-ланыуын иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк, тип күпме генә һөйләнелһә лә, закон боҙоуҙарға юл ҡуйылыуы дауам итә. Әле яңыраҡ баш ҡалала шундайыраҡ бер инцидент булды: белешмә булмауы арҡаһында, ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары һәм шәкәр диабеты менән сирләгән балаларҙы туҡланыу исем-легенән төшөрөп ҡалдыр-ғандар. Бының өсөн Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте”ндә мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажинға ҡаты шелтә бирҙе. Һуңғы осорҙа социаль селтәргә килгән мөржәғәттәрҙең иң күбеһе ошо темаға бәйле. Бигерәк тә инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр саң ҡаға. Быйылдан бушлай туҡланыу өсөн һаулығы сикләнгән, тигән документ талап ителә. Ә ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары, шәкәр диабеты өсөн белешмә бирелмәй. Уны махсус комиссиянан алырға кәрәк, әле унда инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙән сират барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров был категорияға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға, өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаҫҡа ҡушты.


Читайте нас: