Ҡала халҡы мөрәжәғәттә-ренә ҡарағанда, уларҙы инвалидлыҡ юллау, ауы-рыуҙарҙы дарыу менән тәьмин итеү, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелеүе, тар белгестәрҙең юҡлығы кеүек һорауҙар борсой. Максим Васильевич бер кемде лә яуапһыҙ ҡалдырманы, булған мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙәләне.
- Салауаттарҙың ялыу менән генә килмәүҙәре, ә беҙҙең врачтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙәре лә ҡыуандыра. Мөрәжәғәттәр араһында балалар поликлиникаһындағы һәм 2-се дауаханала барған ремонт эштәренә, шау-шыу тыуҙырған перинаталь үҙәккә арналғандары ла булды, - тине Максим Забелин.
Әйтергә кәрәк, балалар поликлиникаһындағы ремонтты 2020 йылға тамам-ларға планлаштырылған. Милли проекттар сиктәрендә унда төрлө ҡорамалдар килтерелә. Рентген кабинеты яңыртылған, заманса аппарат ҡуйылған, офтальмологик ҡоролма ла һатып алынған.