- Проект-смета документтарын әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды. Йәмғеһе 376,6 млн һум бүлеү планлаштырылған. Уның 209,49 млн һумы - төҙөлөш-монтажлау эштәренә, 167,1 млн матди-техник йыһазландырыуға йүнәлтелә. Торгты «Дортранстөҙөлөш» йәмғиәте еңде. Улар Өфөлә лә бер нисә эре учреждение төҙөгән. Эшселәрҙең һынатмаҫына ышанабыҙ, - тип һөйләй Салауат Фәнил улы.
Ремонт өс этапта уҙа. Тәүгеһе бөгөн башланып, декабргә тиклем дауам итергә тейеш. Был маҡсатта 130 млн бүленгән. Фасад ремонтланасаҡ һәм йылылыҡ үткәрмәй торған материалдар менән көпләнәсәк. Түбә, вентилияция системаһы, инженер селтәрҙәре, электр ҡорамалдары ла алыштырыласаҡ. Киләһе йылда икенсе этапты башлау планлаштырыла. Унда биналарҙың эске яғы эшләнәсәк, тәҙрә-ишектәр, баҫҡыстар, инеү урындары яңыртыласаҡ. Биләмә лә төҙөкләндереләсәк. Өсөнсө этапҡа заманса ҡорамалдар һатып алыу инә. Уны яҡынса 2020 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында башҡарыу күҙаллана.
Әлеге корпуста урынлашҡан бүлексәләр ваҡытлыса башҡа биналарға һәм ҡаттарға күсереләсәк.
Ҡала халҡын шулай уҡ йоғошло ауырыуҙар бүлегенең торошо ла бик борсой. Эскә инеүе түгел, эргәһенән үтеп китеүе ҡурҡыныс. Шуныһы билдәле, быйыл июлдә «Беҙҙең ҡала» йәмғиәте уның алғы йөҙөн ремонтлай башлаясаҡ. Быға 3 млн 200 мең һум бүленгән. Эштәр ноябрҙә тамамланырға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләһе йылда эсен ремонтлауға өҫтәмә финанстар йүнәлтергә ниәтләй.
Балалар дауаханаһындағы ре-монттың бөткәнен дә ҡала халҡы түҙемһеҙлек менән көтәлер. Билдә-ләнгән ремонт эштәре 13 декабрҙә тамамлана. 2019 йылға дөйөм сумма 9 млн һум тәшкил итә. Эске ремонттан тыш, түбәне алыштырыу ҙа ҡаралған. Ул аҙ ғына һуңғараҡ буласаҡ. Ҡар-ямғырҙар башланғансы өлгөрөргә тейештәр. Икенсе йылға вентиляция системаһы, рентген кабинеты икенсе төҫ аласаҡ, тәүге ҡатта капиталь ремонт көтөлә, ишектәр янғынға ҡаршы сараларға ярашлы алыштырыла.
Салауат Фәнил улы шулай уҡ ҡалала кадрҙар ҡытлығына ла туҡталып үтте.
- Дөрөҫ, был бер Салауат өсөн генә түгел, ә республика һәм Рәсәй ҡалалары өсөн дә ҙур проблема. Айырыуса тәүге звено белгестәре менән эштәр хөрт. Күптәр бында хеҙмәт хаҡы аҙ, ә эш күләме ҙур тип иҫәпләй. Шуға иғтибарҙы тап ошо звеноға йүнәлтәсәкбеҙ. Маҡсатлы йүнәлтмә менән килгән белгестәр ошо структурала бер нисә йыл эшләп кенә, ординатурала уҡырға иҫәп тота ала. Ҡала хакимиәте лә врачтарҙы ҡалаға йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Әле врачтар өсөн өҫтәмә фатирҙар ремонтлана. Айырыуса икеһе лә врач булған ғаилә парҙарын ҡуш ҡуллап ҡабул итәсәкбеҙ. Шулай уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәрҙе үҙебеҙгә ылыҡтырыу бурысы ҡуйылған, - тине ул.