газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Июль 2019, 11:06

Салауатҡа ниңә врачтар килмәй?

Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ кәмей, 2019 йылда Башҡортостанда 230 табип эшкә йәлеп ителгән, уларҙың 80-е - беренсел звено табиптары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә бәйле хәл тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәләне хәл итеүҙә Салауат ҡалаһы иң яҡшылар рәтендә түгел.

- Өфөнөң 18-се,10-сы дауаханалары, 3-сө, 38-се балалар поликлиникалары, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы район дауаханалары яҡшы үҫеш күрһәтте. Уларға икенән күберәк табип йәлеп ителде, - тип билдәләне Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, Салауат ҡалаһы, Белорет районы, Өфө-нөң Дим районы дауахана-ларында кире күренеш күҙә-телә - кәмеү өс кешенән ашыу.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауатта Һаулыҡ-һаҡлау министрлығының күсмә ул-тырышын уҙғарырға, унда ҡалалағы медицина өлкәһен-дәге барлыҡ һорауҙар бу-йынса фекер алышырға ҡушты.

- Иҡтисади яҡтан ныҡлы булған Салауат ҡалаһында һәр ваҡыт һаулыҡ һаҡлауға бәйле һорауҙар күтәрелә, уңышһыҙ балалар табыу йортонан башлап ҡала халҡының даими дәғүәләренә тиклем. Етмәһә хәҙер дүрт врач эштән киткән. Артабан Салауатта нисек йәшәргә? Проблема үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмай, уны хәл итергә кәрәк. Врачтарға йәшәү урынының, балалар баҡсаларының булыуы мөһим, улар етәкселек тарафынан иғтибар булыуын тойорға тейеш. Врачтар өсөн көрәш бөтә ил буйынса бара, барлыҡ субъекттарҙың башлыҡтары был мәсьәләне хәл итергә тырыша, белгестәрҙе актив эҙләй һәм иң яҡшыларын үҙҙәренә йәлеп итә. Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә был мөһим бурыстарҙың береһе, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡырға те-ләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итә. 411 бюджет урынында уҡыу теләге менән 1200 ғариза бирелгән. Әлеге ва-ҡытта БДМУ-ла сығарылыш студенттарын тәүге аккре-дитациялау процедураһы бара. Ошо белгестәр араһынан Салауатҡа килеүселәр табы-лырмы, кем генә белһен. Әйткәндәй, Салауат дауа-ханаһында баш врач алы-шынды, бәлки ул медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү мәсьәләһенә ыңғай үҙгәреш индерер.
Читайте нас: